Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Декабрь 2020, 22:36

Янғын бер нәмәне лә аямай, һаҡ булығыҙ!

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитеты рәисе Фәрит Ғүмәров ашығыс мөрәжәғәт менән сығыш яһаны

Хөрмәтле республика халҡы!
Ҡыш етеү менән янғындар сығыу һаны киҫкен артты. 2020 йылдың беренсе декадаһында ғына 24 кеше янғында һәләк булды, был былтырғы осор менән сағыштырғанда 3 тапҡырға күберәк.
Шуныһы бигерәк тә аяныслы: 8 һәм 9 декабрь Бишбүләк һәм Ғафури райондарында янғында 4 йәштән 11 йәшкә тиклем өс бала һәләк булды.
Фажиғәгә килтергән янғындарҙың өс төп сәбәбе бар:
1)Тәмәке тартҡанда ут менән һаҡһыҙ мөрәжәғәт итеү;
2) Электр йыһаздарын ҡулланыуҙа ҡағиҙәләрҙе боҙоу;
3)Мейес менән йылытылған йорттарҙа хәүефһеҙлек талаптарын үтәмәү.
Тышта һыуыҡ булғанға күрә күптәр верандаларҙа йәки хатта өйҙә лә тәмәке тарта. Алдан фаразлау буйынса тап ошо сәбәпле 12 кеше һәләк булған.
Фажиғә булдырмаҫ өсөн һүндерелмәгән төпсөктәрҙе ташлап китмәгеҙ, бина эсендә тартмағыҙ, электр йыһаздарын ҡулланғанда, мейескә яғып өй йылытҡанда янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәгеҙ.
Ҡулдан яһалған йәки төҙөк булмаған электр йылытҡыстарын ҡулланмағыҙ!
Иң һөҙөмтәле сара – йортта янғын тураһында иҫкәртеүсе прибор урынлаштырыу. Кескәй сиреналар эшләп китеү арҡаһында республикала 486 кеше, шул иҫәптән 203 баланың ғүмере һаҡлап ҡалынды. Мәҫәлән, Дәүләкән ҡалаһында 10 декабрь төнөндә янғын тураһында иҫкәртеүсе прибор эшләп киткән тауышҡа уянып, 5 кеше, шулар араһында 3-һө балалар, янғын сыҡҡан йорттан сығып өлгөргән.
Иң мөһиме – балаларға янғын ваҡытында үҙеңде нисек тоторға икәнен өйрәтегеҙ. Был фажиғәләрҙән һаҡланырға ярҙам итер.
Янғынды үҙ аллы ғына һүндерергә тырышмағыҙ! Балаларҙы, иҫерек хәлдәге яҡындарығыҙҙы йәки таныштарығыҙҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен һәр ваҡытта ла ҡәтғи үтәгеҙ! Башҡаларҙың да уларҙы боҙоуына юл ҡуймағыҙ! Берҙәм булғанда ғына янғынға бәйле фажиғәләрҙән һаҡланып ҡала алырбыҙ!
Фото: https://gkchs.bashkortostan.ru/
Читайте нас: