Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Декабрь 2020, 20:29

Районда тажлы зәхмәт менән хәлдәр нисек?

Бөгөн Ауырғазы районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары С.Цуканов коронавирус инфекцияһы буйынса хәлдәр торошо менән таныштырып брифинг үткәрҙе

Бындай брифинг аҙна һайын кесаҙна көн үткәрелә, унда үҙәк район дауаханаһы эпидемиологы ла ҡатнашты
Сергей Цуканов республикалағы һәм райондағы хәл-торош менән таныштырып үтте.
Республикала коронавирус эпидемияһы осоронда үткәрелгән лаборатор тикшереүҙәр 15710 инфекция йоҡтороуҙың осрағын асыҡлаған. Үткән тәүлектә 150 кешелә сир табылған. Был иһә иң ҙур һан.
Бөгөнгө көндә 2808 граждан дауаланыуҙы дауам итә, был үткән көндәгенән 44-кә күберәк. Шуларҙың араһынан 656-һы ковидгоспиталдә. 2152 кеше ауырыуҙың еңел формаһын өй шартарында дауалай. Шулай уҡ үткән тәүлектә 1 үлем осрағы теркәлгән, уларҙың дөйөм һаны 97-гә етте.
Ауырғазы районында инфекция йоҡтороуҙың 104 осрағы теркәлгән, был бер аҙнаға 4 ауырыуға артыуҙы күрһәтә.
42 ауырыу өйҙә, 34-е амбулатор дауалана. Социаль статусҡа килгәндә, 2 эшләүсе (Талбазы һәм Сәмән ауылдарынан), 2 – балалар араһында.
Хәлдәрҙең яҡшырыу-яҡшырмауы тураһында һүҙ йөрөтөү иртәрәк, сөнки инфекция төрлө характер алып тора, йәки кәмеп тә китә, артып та ҡуя.
Районда рейдтар үткәрелеп тора, режим үтәмәүселәргә протоколдар төҙөлә. Дөйөм алғанда, ауырғазылар режимды үтәй, һаҡланыусараларын ҡуллана.
Әлеге ваҡытта 65 йәштән өлкәндәр, хроник сирлеләр өсөн, социаль учреждениеларҙағылар өсөн 31 декабргә тиклем ҡурсаланыу режимы һаҡлана.
Үҙәк район дауаханаһы эпидемиологы Наил Әсфәндиәров төрлө һаҡланыу сараларының ыңғай һөҙөмтә биреүен билдәләне. Мәҫәлән, 65 йәштән өлкәндәр араһында карантинға тиклем сирләүселәрҙең 25,6 проценты тура килһә, ноябрҙән был күрһәткес 50 процентҡа кәмегән.
Инфекция таралыу осоронда был төркөмгә ҡарағандарҙан 103 кешелә коронавирус асыҡланған.
Шулай уҡ Наил Сөләймән улы вакцинациялауҙың файҙаһы тураһында һөйләне. Интернет селтәрендәге төрлө мәғлүмәткә түгел, ә рәсми сығанаҡтарға ышанырға саҡырҙы.
Читайте нас: