Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Декабрь 2020, 16:25

Башҡорт балы - “Рәсәй тәме” милли төбәк бренды конкурсы еңеүселәре иҫәбендә

«Рәсәй Тәме» беренсе төбәк брендына конкурсында башҡорт балы «Бөтә илгә» номинацияһында иң яҡшыларҙың береһе итеп танылды.

- Был конкурсты беҙ йыл һайын уҙғарырға планлаштырабыҙ. Ҡатнашыусылар өсөн билдәлелек кенә биреп ҡалмай, еңеүселәр өсөн локаль брендты үҫтереү өсөн саралар комплексы тормошҡа ашырыласаҡ, был ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле һәм иң мөһиме – сифатлы Рәсәй аҙыҡ-түлеге менән яҡындан танышыу мөмкинлеге бирә, - тине еңеүселәрҙе билдәләү тантанаһында Рәсәй ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандан 26 төрлө милли аҙыҡ-түлек тәҡдим ителде, был Рәсәйҙең бөтә төбәктәре араһында иң күләмле ғариза булды.
8 номинацияла еңеүселәр билдәләнде, улар араһында халыҡтың тауыш биреүе иң популяры булды, 19 ноябрҙән алып 2 декабргә тиклем дауам итте. Рәсәй халҡы үҙенең яратҡан аҙыҡтары өсөн миллиондан ашыу тауыш биргән. Һуңғы көндәрҙә ышаныслы тауыш тар йыйып, башҡорт балы ТОП-10 исемлегенә инде. Һөҙөмтәлә, беҙҙең бренд еңә алманы, әммә ул илдең 79 төбәгенән булған 508 заявка араһында яҡшыларҙың береһе булды.
Әммә беҙҙең бал әҙ генә һуңыраҡ баһаланды. «Бөтә илгә» номинацияһында еңеүселәрҙе Башҡортостандан сенатор, Федерация советының Фән, мәҙәниәт һәм мәғариф буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова иғлан итте.
- Мин айырым тулҡынланыу менән башҡорт балының ошо номинацияла өсөнсө урынды биләүен белдерәм, - тине ул. - Икенсе һәм беренсе урындар Адыгея сырына һәм Вологод майына бирелде.
Беҙҙең брендтар «Беҙҙең ауылдан» номинацияһында еңеүгә лә ышаныслы килде .Башҡорт ҡорото һәм «Ҡурғаҙаҡ» минераль һыуы иң яҡшы унау исемлегенә инде.
БАШҠОРТОСТАН Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: