Күк йөҙөнә ғашиҡ булған һымаҡ,
Өнһөҙ ята күкһел тулҡыны.
Һәр көн һайын йәмле Ағиҙелдән
Аҡ ебәктәй томан ҡалҡына,
Ҡалҡына ла, иҫкән елгә ҡунып,
Ағиҙелдең буйы – ҡара урман,
Урман арттарында – туғайлыҡ.
Хеҙмәткә лә шундай уңайлы!
Ә томандар, бында киләләр ҙә,
Ҡосоп алып баҫыу иңдәрен,
Тик торалар шунда тирбәлеп.
Көнсығышта нурҙар уйнаны иһә,
Ҡыҫыҡ тауҙар битен тарһынып,
Хеҙмәт тора төнгө сеременән
Ә гөлдәрҙең нәфис тәндәрендә
Йым-йым килә ынйы бөртөгө.
Һәм бер аҙҙан, Ағиҙелдең өҫтөн
Солғап алғас дәртле тулҡындар,
Яр ситендә ҡартлас тирәге лә
Рәсемдә: Ағиҙел йылғаһы, Белорет районы.