Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Ноябрь 2020, 14:35

Яуапһыҙлыҡ сәбәпсеме?

Ойошма-предприятие алтаҡталарындағы башҡорт телендәге яҙыуҙарҙа, урам исемдәрендә ебәрелгән хаталар төҙәлерме?

“Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” Закон ҡабул ителгәндән һуң уны тормошҡа ашырыу буйынса матур ғына эштәр башҡарылды. Район үҙәге, ауылдарҙағы башҡортса хатаһыҙ яҙылған алтаҡталарҙы күреп, күңел ҡыуана, ләкин хаталарға көрәш алып барыу бик еңелдән түгел, эшҡыуарҙар тикшереүселәрҙе тыңлап бармай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хаталар осрап тора.
Иҫкәртеү яһауҙар ыңғай һөҙөмтә бирә, әммә бөтә осраҡтарҙа ла түгел. Хаталарҙы төҙәтмәгәндәре, бөтөнләй башҡортса яҙмағандары ла бар.
Район хакимиәте эргәһендәге Терминология комиссияһы, ҡоролтай башҡарма комитеты менән берлектә район үҙәгендәге бер нисә урында булып, хаталарҙы тапты, иҫкәрмәләр бирҙе.
Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына Ленин урамында матур бина төҙөлдө. Уның бер яртыһында кафе урынлашҡан, икенсе яғында сәскәләр һатыу нөктәһе (улар икенсе урынға күсте инде). Сәскәләр салонының башҡортса яҙыуҙары бөтөнләй юҡ. Рус телендә эш режимы күрһәтелгән, әлбиттә. FOOD CENTER Смак - исеме, бәлки, замансалыр ҙа, тик ҡолаҡҡа ятмай. Башҡортса яҙыуы бар, тик шәхси эшҡыуарҙың фамилияһы дөрөҫ яҙылмаған.
Артабан кинотеатрға киләбеҙ. Иң өҫтә ҙур итеп “РАДУГА” яҙыуы тора. Шунда “ЙӘЙҒОР” булһа, бик тә матур булыр ине.
Күп функциялы үҙәктә барыһы ла тейешенсә, шулай ҙа өҫтәге алтаҡта башҡортса яҙылмаған.
Шулай уҡ “Фасоль” аҙыҡ-түлек магазинының да урам яғынан тик русса ғына яҙыуҙар күренә. Эш режимына килгәндә, хаталы яҙылған. “Ваҡыт” урынына “Вакыт”. Һәр ваҡыт яңы бешкән икмәк изделиелары менән һөйөндөрөп тороусы киосктың бөтә яғында ла “Горячий хлеб” яҙыуы тора. “Пищевик” ҡулланыусылар йәмғиәтенең кибеттәрендә лә башҡортса яҙыуҙар юҡ. Талбазы сауҙа-сервис комплексының баҙарына инеү урынында ла хаталы алтаҡта эленеп тора. “Универсаль берәмләп һатыла торған баҙар” – бик аңлашылып та бөтмәй.
Был әле тик бер нисә генә ойошманың алтаҡталары. Бәғзеләре тик эш тәртибен башҡортса яҙыу менән сикләнгән, ә атамалары, адрестары русса ҡалған.
Шәхси кибеттәр, сауҙа үҙәктәре артҡан һайын хаталар ҙа арта. Уларҙы ҡайһы берәүҙәр етди хата, тип иҫәпләмәй, күрәһең, әммә тел камиллығы һәр һүҙҙең дөрөҫ яҙылышына ҡайтып ҡала.
Һәр кем был эшкә етди ҡараһа, бәлки, бындай күренештәр ҙә кәмер ине. Район хакимиәтендәге терминологик комиссия менән раҫлап, баштан уҡ хатаһыҙ алтаҡта эшләтеп элеү ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар өсөн һәйбәтерәк түгелме ни?
Райондың һәр кешеһе ошо эшкә үҙ өлөшөн индерә ала, хаталы яҙыуҙарҙы фотоға төшөрөп ебәрһәгеҙ, бик тә яҡшы булыр ине. Матурлыҡ һәр нәмәлә булырға тейеш.
Р.БАРДЫБАЕВА.
Читайте нас: