Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Ноябрь 2020, 14:00

19 ноябрь – Халыҡ-ара тәмәкенән баш тартыу көнө

Америка ғалимдары белдереүенсә, тәмәке тартмаған, әммә йыш ҡына тәмәке төтөнө һуларға мәжбүр булыусыларға ишетеү һәләтен юғалтыу ҡурҡынысы янай.

Тәмәкене нисек ташларға?
Америка ғалимдары белдереүенсә, тәмәке тартмаған, әммә йыш ҡына тәмәке төтөнө һуларға мәжбүр булыусыларға ишетеү һәләтен юғалтыу ҡурҡынысы янай. Табиптар ҡан өлгөләрендә котинин юғары булған 20 йәштән 69 йәшкә тиклемге өс мең сирленең медицина мәғлүмәттәрен сағыштырып, уларҙың ишетеү һәләтен дә тикшерә.
Һөҙөмтәлә, бындай кешеләрҙең 10 процентында түбән тауыштарҙы ишетеү һәләте түбәнәйгән була, ә һәр дүртенсе кеше бөтөнләй насар ишетә. Эксперттар фекеренсә, сараһыҙҙан тәмәке тартыусылар араһында эшләргә, йәшәргә тейеш булған кешеләрҙең һаулығына тап тәмәке төтөнө зыян килтерә лә инде.
Шуға ла донъяның ҡайһы бер илдәрендә йәмәғәт урындарында тәмәке тартыу бөтөнләй тыйылған.
Тәмәке тартыуҙы ташлау өсөн бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ. Ләкин был насар ғәҙәттән ҡотолоу өсөн ныҡлы теләк һәм ихтыяр көсөнөң мөһим роль уйнағанын һәр кем аңларға тейеш.
*7 грамм әрем, 4 грамм арыҫлан ҡойроғо (пустырник), 3 грамм үгәй инә үләнен 1 стакан ҡайнар һыу менән бешекләп, 1 сәғәт төнәтергә. Төнәтмәне алты өлөшкә бүлеп, ике көн буйы көнөнә өс тапҡыр эсергә. Һәр ике көн һайын яңыһын эшләп, дауаны 1 ай дауам итергә. Әҙер төнәтмәне һыуытҡыста һаҡларға.
*1-әр ҡалаҡ әлморон, татлы тамыр(корень солодки), арыҫлан ҡойроғо(пустырник), бесәй үләне(валериана) алып болғатырға һәм 2 ҡалаҡ ҡатнашманы термосҡа һалып, 1 литр ҡайнар һыу ҡойо, бер аҙ тотҡас, төшкө аштан һуң башлап, йоҡларға ятҡансы стаканлап эсергә.
*1-әр балғалаҡ татлы тамыр, һары мәтрүшкә, эт дегәнәге(череда), ярты балғалаҡ ҡыҙыл көртмәле(брусника) япрағын алып, 1 стакан ҡайнар һыу менән термоста тотҡас, 10-14 көн буйына көнөнә ике-өс тапҡыр яртышар стаканлап эсергә.
Читайте нас: