Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Ноябрь 2020, 16:10

Усман ауылында – яңы ФАП!

Бөгөн Төрөмбәт ауыл биләмәһендә урынлашҡан Усман ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Республика хөкүмәте исеменән Башҡортостан Мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина, район хакимиәте башлығы Зөфәр Иҙрисов тәбрикләне.
Ҡыҙыл таҫманы киҫкәс, ауыл кешеләре һәм ҡунаҡтар яңы бинаны инеп ҡараны.
Ауыл халҡы өсөн бик тә кәрәкле был пункт Усман һәм Сәлих ауылдарын 245 кешеһен хеҙмәтләндерәсәк, улар араһында 153-ө өлкән йәштәгеләр,55-е балалар. Фельдшер Тәминдарова Ленара Ҡасим ҡыҙы 20 йыл инде һаулыҡ өлкәһендә ауыл халҡының ышаныслы ярҙамсыһы булып тора.
  • 60 йыл ултырған иҫке бина урынына өр-яңы модулле ФАП төҙөлдө. Рәхмәт Республика етәксеһе Р. Хәбировҡа, район хакимиәте башлығы З.Идрисовҡа, Төрөмбәт ауылы биләмәһе етәксеһе Ю.Ҡотлоюловҡа, ауылдаштарға. Шуныһы ҡыуаныслы, фельдшерыбыҙ Линара Тәминдарова - үҙ эшенең оҫтаһы, ҡулы - тәнебеҙҙе, теле - йәнебеҙҙе дауалай,- тип бүлеште үҙ сәхифәһендә ҡыуаныслы хәбәр менән Төрөмбәт мәктәбе директоры Минира Бикәнәсова.
  • Яҡты, йылы, бөхтә модульле бина бөтә замана талаптарына ярашлы, тейешле инструменттар һәм йыһаздар менән тәьмин ителгән. Бында фельдшер кабинеты, ҡабул итеү, процедуралар эшләү бүлмәләре, пациенттар өсөн сиратта көтөү урыны, хужалыҡ блогы, санузел, эҫе һәм һыуыҡ һыу –барыһы ла бар. ФАП шулай уҡ интернет селтәренә тоташҡан.
    Бөгөн Ауырғазы районында бер юлы 3 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. 2020 йылда районда барлығы 5 пункт асылды. Алдағы өс йылға тағы ла 9 ауылда урынлаштырыу планлаштырыла.
    Читайте нас: