Бер һүҙ етә кеше йәнен дауаларға
Бөйөк француз яҙыусыһы Виктор Гюго: “Бер милләттең бөйөклөгө халҡының һаны менән түгел, талантлы һәм бөйөк шәхестәренең күплеге менән билдәләнә”, - тигән.
Борон заманда Эзоп исемле хеҙмәтсе йәшәгән. Ул бик аҡыллы,тапҡыр булған. Көндәрҙән бер көн хужаһы ҡунаҡтар саҡырған. Уларҙы иң тәмле ризыҡтар менән һыйлағыһы килеп, Эзопты саҡыртҡан.
Бына һиңә аҡса, баҙарға бар һәм донъяла иң гүзәл, иң тәмле нәмәне алып ҡайт. Ҡол китә һәм өҫтө салфетка менән ябылған батмус алып килә. Салфетканы күтәреп ҡараһалар, унда тел ята.
Эзоп, һин тел алып ҡайтҡанһың даһа! Был донъялағы иң гүзәл нәмә түелме ни? Тел менән беҙ иркәләү һәм һөйөү һүҙҙәре әйтәбеҙ. Тел менән тыныслыҡ урынлашыуҙы белдерәбеҙ, тел менән беҙ “ирек” һүҙен әйтәбеҙ. Бер аҙҙан ҡунаҡтарҙың береһе хужаға былай ти:
Һинең ҡолоң ҡабат баҙарға барһын һәм донъялағы иң ҡот осҡос нәмәне алып ҡайтһын. Эзоп шул уҡ батмус менән кире әйләнеп ҡайта. Салфетка аҫтында тел ята.
Эзоп, һин тағы тел алып ҡайтҡанһың бит! Ул ҡот осҡос нәмә түгелме ни? Тел менән һуғыш иғлан итәбеҙ. Тел менәнбеҙ “ҡол” һүҙен әйтәбеҙ.