Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Октябрь 2020, 13:30

Конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ!!!

Ноябрь айын башҡорт теле айлығы тип ойошторорға тигән тәҡдим бар.

2020 йыл - “Башҡорт теле йылы”- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының маҡсатлы проекттарының береһе булып тора.
Һәр айҙа тематик йүнәлешле һәм тәҡдим ителгән саралар ойошторола. Илдәге пандемия таралыу хәүефе булған шарттарҙа ла әүҙем генә эштәр эшләнеп, яҡтыртылып бара.
Ноябрь айын башҡорт теле айлығы тип ойошторорға тигән тәҡдим бар. Ошо ваҡыт эсендә төрлө онлайн осрашыуҙар, конкурстар, шәжәрәләр төҙөүҙе дауам итеп, 11 декабрҙә “Башҡорт теле-рух теле” девизы аҫтында тантаналы йомғаҡ яһау, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыусыларҙы һәм еңеүселәрҙе билдәләү ҡаралған.
Ошо уңайҙан балалар баҡсаларының башҡорт төркөмдәре араһында онлайн форматта тыуған илгә, тыуған ауылыңа, тыуған телеңә һөйөү менән һуғарылған шиғырҙарҙы башҡарыусылар конкурсын иғлан итәбеҙ.
Түбәндәге номинациялар биреләсәк:
4-5 йәшлектәр араһында иң матур шиғыр һөйләүсе балалар;
5-6 йәшлектәр араһында иң матур шиғыр һөйләүсе балалар;
6-7 йәшлектәр араһында иң матур шиғыр һөйләүсе балалар.
Конкурста ҡатнашыусылар видеояҙмаларын 12 ноябргә тиклем Ауырғазы районы башҡорттары ҡоролтайының Бәйләнештә (В контакте) аккаунтына ебәрергә тейеш. Баланың исенмен, фамилияһын, йәше, ниндәй балалар баҡсаһынан икәнлеген яҙыу мотлаҡ.
Жюри йәш категориялары буйынса урындар һәм еңеүселәрҙе билдәләй, бүләктәр тапшыра.
Ҡатнашығыҙ! Һеҙҙән яҙмалар көтәбеҙ!
Читайте нас: