Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Октябрь 2020, 18:30

КӨҘ ҺАҒЫШЫ

(Минира БИКӘНӘСОВА)Ағастар елдә тирбәлә,Ҡойола ергә япраҡ.

Ағастар елдә тирбәлә,
Ҡойола ергә япраҡ.
Әле генә яҙҙар ине
Көҙ ҙә булмаған йыраҡ.
Аяҡ аҫты-алтын тәңкә
Ялтырай нурға тулып.
Япраҡтарҙың ҡыштырлауы
Ишетелә йыр булып.
Улар моңо күңелемә
Һағыш һалып уйыла.
Ғүмер ағасынан көндәр
Япраҡ кеүек ҡойола...
Читайте нас: