Кәңәшмәнең тәүге өлөшө “Башҡорт ырыуҙары һәм ауылдарының картаһы” проектын киң йәмәғәтселеккә тәҡдим итеүгә арналды. Дөйөм алғанда, был картала 2 меңдән ашыу ауыл теркәлгән. Уны төҙөүҙә архив материалдары ҡулланылған, төп сығанаҡ— 1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙың ревизия яҙмалары. Башҡорт халҡының таралышын теүәл күрһәткән тарихи карта өҫтөндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының профилле комиссияһы байтаҡ эшләне, тип белдерҙе Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше буйынса комиссияһы рәйесе Азат Ярмуллин.
“Әлбиттә, картаға башҡорт ырыуҙары тарихының, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәренең барлыҡ нескәлектәрен дә төшөрөп булманы. Әммә беҙҙең алдыбыҙҙа ундай маҡсат торманы ла. Был күрһәтмә әсбаб ырыуының, ғаиләһенең тарихы менән ҡыҙыҡһына башлағанар өсөн тәүге аҙым булырға тейеш. Ошо картала нәҫел төбәге булған ауылды табып, кеше үҙенең ырыуы, уның шәжәрәһе, тарихы менән артабан мауығып китергә тейеш”, - тип белдерҙе проект хаҡында Азат Ярмуллин.
Ултырышта Башҡортостандың төрлө райондарынан килгән ырыу вәкилдәре, район ҡоролтайҙары рәйестәре ҡатнашты. Уларға башҡорт ырыуҙары картаһының күсермәләре тапшырылды. Яҡын арала картаның электрон версияһын Бөтә донъя башҡорттарының сайтына урынлаштырыу ниәткә ҡуйылған.
Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш өлөшө өсөн картаның айырым төрө әҙерләнгән. Ул республиканың тап был тарафында төпләнгән башҡорт ырыуҙары хаҡында мәғлүмәтте теүәлерәк итеп биреү маҡсатында булдырылған. Шулай уҡ комиссия кәңәшмәһендә “Без башҡортлар” яңы
ғилми-методик әсбап тәҡдим ителде. Ул әсбаптың бер нисә төрө донъя күрҙе, һәр төрө Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан бер районға тәғәйенләнгән. Китапта теге йәки был районда йәшәгән башҡорт ырыуҙарының тарихы, аулыдарҙың килеп сығышы, данлыҡлы яҡташтар тураһында мәғлүмәт, шәжәрә төҙөү өсөн эҙмә-эҙлелекле күрһәтмә бирелгән.
Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше буйынса комиссияһы ултырышының икенсе ҙур өлөшө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы янында яңы комиссияның эшен нигеҙләү булды. Башҡорт геральдикаһы комиссияһы ырыуҙарҙың символикаһын һаҡлау һәм уны халыҡ-ара кимәлгә сығарыу өҫтөндә эшләйәсәк. Был эшекле төркөмдөң яҡын киләсәктәге пландары менән кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социаль-мәҙәни анализ уҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов таныштырҙы.
“Йыл һайын башҡорт ырыуҙарының йыйындары, ҡоролтайҙары үтә. Унда ырыу вәкилдәре үҙенсә герб эшләй. Был башланғысты беҙ күрҙек, әммә гербтарҙың ниндәйҙер бер тәртипкә буйһонмауы беҙҙе хафаға һалды. Һәр бер башҡорт ырыуының үҙенең генә атрибуттары бар: ағас, ҡош, тамға, оран. Уларҙы берләштереп, халыҡтан килгән инициативаны дауам итеп, гербтарҙы төшөрөп донъя кимәлендәге бер системаға кертергә маҡсат бар”, -тип белдерҙе Юлдаш Йосопов.
Башҡорт геральдикаһы комиссияһының ойошторолоуын Рәсәй геральдистар берләшмәһе лә хупланы. Уның идаралығы ағзаһы Кирилл Переходенко кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы видео-бәйләнеш аша сәләмләне.
“Башҡорт ырыуҙарының гербтары—бер үк ваҡытта көнбайыш геральдика ҡанундарын да, тарихи башҡорт символикаһын да бергә туплаған проект. Тамғалар менән геральдиканың айырмаһы шунда—геральдика ул ижади эш кенә түгел, ә тарихи ҡалыптарға буйһонған, айырым тәғлимәттәргә нигеҙләнгән оҫталыҡ. Уның ҡағиҙәләре һәм талаптары бар, һәм улар ҡаты ғына. Шуға күрә, әгәр башҡорт ырыуҙарының гербтары донъя геральдикаһы системаһына инеүен теләйбеҙ икән, уларҙы көнбайыш һәм Рәсәй гербтарының талаптарына яраҡлаштырып эшләргә кәрәк”, - тип белдерҙе Кирилл
Переходенко. Ул шулай уҡ һынау рәүешендә алдан әҙерләнгән башҡорт ырыуҙарының гербтарына байҡау яһаны, ҡайһы бер хаталарҙы күрһәтте, алдағы эш өсөн йүнәлеш бирҙе.
Ултырыш аҙағында “Башҡорт ауылдары һәм ырыуҙары картаһы” проектын башланғысында торған һәм әүҙем ҡатнашҡан белгестәр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан.