Рух
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Сентябрь 2020, 14:35

Өфөлә «Ҡайнар йөрәктәр» Бөтә Рәсәй башланғысы лауреаттары бүләкләнде

22 сентябрҙә баш федераль инспектор «Ҡайнар йөрәк» Бөтә Рәсәй йәмәғәт-дәүләт башланғысы номинанттарына дан билдәһе тапшырҙы

Михаил Закомалдин ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә битараф булмаған, ҡыйыу балалар тәрбиәләгәндәре өсөн ата-әсәләргә рәхмәт белдерҙе.
«2013 йылдың ноябренән алып Рәсәйҙә социаль әһәмиәтле проект - «Ҡайнар йөрәк»Бөтә Рәсәй йәмәғәт-дәүләт башланғысы тормошҡа ашырыла. Бүләкләнеүселәр 85 төбәктең 973 дәғүәсеһе араһынан һайлап алынды. Бөгөн залда ултырған балалар ҡайһы саҡта хатта өлкәндәр батырсылыҡ итмәгән эште башҡарған. Кемдер кесе туғандарын янғындан алып сыҡҡан, кемдер иптәштәрен һыуға батыуҙан ҡотҡарған. Ҡыйыулығығыҙ өсөн рәхмәт», -тип һыҙыҡ өҫтөнә алды баш федераль инспектор.
Бүләкләнеүселәр араһында - мәктәп уҡыусылары һәм студенттар. Номинанттар үҙҙәрен герой тип һанамай. Әммә уларҙың был эштәре, һис һүҙһеҙ, тәүәкәллек, батырлыҡ һәм үҙ-үҙен аямай, кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу өлгөһө.
Бәләбәй районынан һигеҙ йәшлек Милена Новикова ҡустыларын һәм 11 айлыҡ һеңлеһен янған йортта алып сыға.
Әлшәй районынан Рәмзил Шәрипов ауылдашын һыуға батып һәләк булыуҙан аралай.
Өфөнән Дмитрий Давидюк күлгә йығылып төшкән һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы ҡотҡара.
БДУ студенты Дэвид Әхмәтйәнов янғын сыҡҡан йортҡа ваҡытында ярҙамға килә. Уның ҡыйыулығы арҡаһында кешеләр иҫән ҡала.
Бөтә Рәсәй башланғысы дипломдары шулай уҡ үҙ ҡурҡыуҙарын йәки ауырыуҙарын еңә алған йәки башҡаларға ошондай хәлдә ярҙам иткәндәргә лә бирелә. Александра Курамшинаға ла күкрәккә тағыла торған билдә тапшырылды. Һирәк ауырыуға дусар ҡыҙ тулы ҡанлы тормош алып барырға тырыша, белемен тулыландыра, ижади эш менән шөғөлләнә, әүҙем аралаша. Башҡорт педагогия университеты студенты Анастасия Конобеева иһә Өфө ҡалаһының архитектура ҡоролмалары макетын эшләй, улар һоҡланыу өсөн генә түгел, ә күреү һәләтенән мәхрүм булған кешеләр өсөн тәғәйенләнгән.
Номинанттарға шулай уҡ диплом һәм ошо йәш ҡотҡарыусыларҙың батырлыҡтары тарихы бәйән ителгән һәм героик эштәргә илһамландырған «Ҡайнар йөрәк» китабы тапшырылды.
2020 йылда 185 кеше федераль бүләккә лайыҡ булды (ете кешегә - үлгәндән һуң).
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы материалы буйынса.
“Башинформ” фотолары.
Читайте нас: