1930 йылда Башҡортостанда кантон системаһы бөтөрөлә. Әлеге административ бүленеш – райондар – барлыҡҡа килә.
Быйыл республиканың райондары юбилейын – 90 йыллығын билдәләй.
1930 йылда сәнәғәт үҫешә, колхоздар ойошторола, мәҙәниәт үҫеше күтәрелеш кисерә. Ошоноң менән бергә идара органдарын үҙгәртеү ихтыяжы тыуа. Кантондарҙан район формаһына күсәләр.
1930 йылдың 20 июлендә Бөтә Союз Үҙәк башҡарма комитеты Президиумы “Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының административ бүленеше тураһында” ҡарар ҡабул итә.
20 августа Мәскәүҙән ебәрелгән әмер менән Башҡортостанда кантон системаһы бөтөрөлә, район системаһы индерелә.
Башҡортостанда барлығы 8 кантон бөтөрөлә, 48 район ойошторола. Райондар милли, хужалыҡ, экологик, физик-географик шарттарға ҡарап бүленә.