1930 йылдың 20 авгусында Ауырғазы районы барлыҡҡа килә. Төрлө милләт халҡы йәшәгән районыбыҙҙың тарихы ла, мәҙәниәте лә бай, сағыу, үҙенсәлекле.
Ауырғазы халҡы үҙенең арҙаҡлы яҡташтары менән ғорурлана. Башҡортостандың беренсе осоусыһы Ғәли Ишмырҙин, мәшһүр шағир Рәшит Назаров, шағир Салауат Рәхмәтулла, яҙыусы, ғалим Ғәлимйән Ибраһимов, композитор Бәхти Ғайсин, Дан орденының тулы кавалерҙары Михаил Малахов, Николай Кобзев һәм башҡа бик күп шәхестәр тәрбиәләгән был бәрәкәтле ер.
Шағирҙары данлап шиғырҙар яҙған, йырсылары йырҙар ижад иткән, рәссамдары картиналар яҙған...
Һеҙҙең иғтибарға - Түрһәгәҙе ауылында тыуып үҫкән шағир, тәржемәсе Ғәлинур Батталовтың шиғыры.
Дуҫлыҡ, муллыҡ һәм изгелек