Ғалимдар билдәләүенсә, ай тулған мәлдә һәм унан алда 5-7 көн дауамында тамырҙарҙа ҡан ойошоу әүҙемләшә. Ул ҡуйырып, тромбозға бәйле инфаркт һәм инсульт хәүефе арта. Шуға ла, инфарктҡа, инсультҡа юл ҡуймаҫ өсөн, айырыуса өлкән йәштәгеләргә был көндәрҙә:
*көсөргәнешле, ауыр эштәрҙән баш тартырға, стрестан һаҡланырға;
*оҙағыраҡ йоҡларға (өлкәндәргә - 8-9 сәғәт, йәштәргә - 7-8 сәғәт), көндөҙ ҙә серем итеп алырға форсат табырға;
*ашауҙы сикләй төшөргә, аҙ-аҙлап 4-5 тапҡыр ашарға;
*ҡанды шыйығайтыусы аҙыҡ-түлекте (диңгеҙ кәбеҫтәһе, ҡара виноград, йөҙөм, ҡара ҡарағат, ҡара шоколад, һарымһаҡ, һуған һ.б.) күберәк ҡулланырға;
*шәкәр, ҡайнатма, аҡ икмәк кеүек тиҙ үҙләштерелә торған углеводтарҙы кәметергә;
*ҡыҙҙырылған, тоҙло аҙыҡтарҙан баш тартырға кәрәк.
Ай тулғас, унан һуңғы беренсе аҙна, киреһенсә, ҡан шыйыҡланып, тамырҙарҙы тултырып, көслө аҡҡан хәүефле осор. Эске ағзаларға ҡан һауыу, гемморагик инсульт ихтималы арта.
“Башҡортостан календары”нан.