Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Август 2020, 18:10

Донорҙарҙан алынған плазманың COVID-19 менән сирләүселәргә файҙаһы бармы?

Ағымдағы йылдың 6 майында Өфөлә COVID-19-ҙан һауыҡҡан донорҙан беренсе иммун плазмаһын әҙерләнеләр

Ағымдағы йылдың 6 майында Өфөлә COVID-19-ҙан һауыҡҡан донорҙан беренсе иммун плазмаһын әҙерләнеләр. Республика ҡан ҡойоу станцияһы Башҡорт дәүләт медицина универститеты менән бергә COVID-19 реконвалесцент (һауыҡҡан) донорҙарҙың мәғлүмәт базаһын тултыра башланы.
Вирусҡа ҡаршы вакцина әҙерләнеү этабында булған шарттарҙа һауыҡҡан донорҙан плазма коронавирус инфекцияһын ауыр кисергәндәргә альтернатива булып тора.
Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында өсөнсө булып плазма әҙерләне. Бөгөн ул плазма әҙерләү күләме һәм уны ҡулланыу буйынса алдынғы урында килә.
Билдәле булыуынса, йоғошло сир кисергән кешенең организмы инфекцияны еңергә ярҙам итеүсе күҙәнәктәр эшләп сығара. Шулай уҡ ауырыу кисергәндәрҙә иммунитет барлыҡҡа килә. Шундай кешенән алынған плазма йоғошло сир вирусына ҡаршы һәйбәт һөҙөмтә бирә, ауыр осраҡтарҙа һауығыуға ышаныс бирә.
Республика ҡан ҡойоу станцияһының баш табибы Рәмил Хәмитов аңлатмалары:
- Коронавирусты үткәргән кешенең ҡаны дарыу тип әйтеп булмай. Ләкин ул кешенән алынған ҡандағы күҙәнәктәр ауыр сирләүселәрҙең организмында вирусты айыра һәм уны юҡ итә ала. Был иммунитеты насар булғандарға үҙаллы сирҙән ҡотолорға ярҙам итә. Был ысулдың һөҙөмтәлелеге Ҡытай, Америка, Европа, Мәскәү табиптары тарафынан иҫбат ителгән.
- Донор булып COVID-19-ҙы үткәргән кеше иҫәпләнә, тик һауыҡҡандан һуң 14 көн үтергә тейеш. Шул ваҡытта ҡанда вирусҡа ҡаршы тороусы күҙәнәктәр күп була. Плазманы йыл дауамында ике аҙна һайын тапшырырға мөмкин.
- Ҡан алғандан һуң плазма бер нисә ай карантинда була, һуңынан донор өҫтәмә тикшереү үтә. Был оҙаҡ процесс. Шулай ҙа бында ла альтернатива бар: плазманан башҡа компоненттарҙы махсус ҡоролмала вирус һәм башҡа патогендарға инактивация үткәреп ҡулланырға була. Бындай “махсус” таҙартыу вирустарҙы үлтерә. Әгәр кеше ныҡлап һауығып бөтмәгән йәки унда башҡа сирҙәр ҙә булһа ла, плазма таҙа һәм хәүефһеҙ буласаҡ.
- “Ковид” үткәргән донорҙарға түләү плазманың күләменән тора: 300 миллилитрҙан кәм булмаһа – 2500 һум; 450 мл – 3750 һум.; 600 мл – 5000 һум. Кешенең йөшөгөн урыны, ниндәйҙер пособие йәки түләүҙәр алыуы роль уйнамай. Бынан тыш, өҫтәмә льготалар бар: ашау өсөн 500 һум, был көндө эштән азат ителә йәки кәрәк ваҡытта үҙенә ял ала ала. Шәмбе йәки ял көнө ҡан тапшырһа, ике ял көнө бирелә.
- Әлбиттә, ауырыу үткәргәндәрҙең барыһы ла донор була алмай. 40% тирәһе кешенең донор булыу мөмкинлеге юҡ, кемгәлер ярамай.
- Ковидҡа ҡаршы плазма башта Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһына фәнни-тикшеренеү эштәре өсөн, һуңынан 8-се дауаханаға, Дим COVID-госпиталенә, Бәләбәйгә ебәрелде. Хәҙер инде барлыҡ эре дауаханалар ҡуллана.
- Станцияла ике кабинет бүленде. Унда плазма алыу өсөн тейешле аппаратура бар. Айырым эш урындары бүленгән. Дезинфекция саралары көсәйтелде, елләтеү режимы күҙәтелә. COVID-19-ҙан һауыҡҡандар сәләмәт кешеләр, шулай ҙа төрлө ғәйепләүҙәр булмаһын өсөн, беҙ уларҙы бүтәндәр янына һалмайбыҙ. Улар – һау-сәләмәттәр.
- Ковидҡа ҡаршы плазманың ыңғай һөҙөмтәһе бар. Тәүлек тигәндә сирленең хәле яҡшыра, иң күбендә – ике тәүлек үтә. Беҙ нисек ҡан ҡойорға, ниндәй күләмдә һ.б. шарттарҙы күҙ уңнда тотоп эшләйбеҙ. Клиник-лаборатор үҙгәрештәргә ҡандың биохимияһы яҡшырыуын күрәбеҙ, КТ-ла үпкәләрҙең зарарланған өлөштәре кәмей, ҡайһы бер ауырыуҙарҙа яһалма елләтеү аппаратынан алабыҙ – былар етди күрһәткес.
- Ғәҙәти донорҙар өсөн станцияға ингән урында термометрия, дезинфекциялау саралары бар, битлек режимын һаҡлайбыҙ. COVID-19 булыу-булмауына дәлилдәр кәрәкмәй, тәжрибәле табиптар уларҙы тәфсилләп тикшерә.
- Донорҙарҙың 36%-ы икенсе ҡан төркөмө, 30% беренсе ҡан төркөмөнә ҡарай. Бөгөнгә ковидҡа ҡаршы 1100 доза плазма бар, инфекциянан һауыҡҡан яҡынса 300 кеше ҡан тапшырҙы. Медицина ойошмаларына 990 доза иммун плазмаһы бирҙек, 500-ләп пациентҡа ҡан ҡойҙоҡ.
Плазма тапшырыу өсөн Республика ҡан ҡойоу станцияһына һәм уның филиалдарына барырға кәрәк. филиалы. Адрестар, эш графигы һәм башҡа мәғлүмәт учреждениеның рәсми сайтында: http://rspkrb.ru.
Читайте нас: