Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Июль 2020, 12:50

Урмандарыбыҙ яна...

Урман янғындары тураһында ишетеп, гәзиттәрҙән уҡып йә телевизорҙан күреп кенә белә инем. Быйыл үҙ күҙем менән күрергә тура килде.

Урмандарыбыҙ яна...
Урман янғындары тураһында ишетеп, гәзиттәрҙән уҡып йә телевизорҙан күреп кенә белә инем. Быйыл үҙ күҙем менән күрергә тура килде.
Июлдең иң эҫе көндәрендә тыуған яғым Белорет районына ҡайттым. Ауылдан алыҫ түгел, Ҡыраҡа тауҙарында урман яна. Янғын Ҡыраҡа тауҙарының артында ине әле. Төтөн тегендә-бында күренә. Көндөң эҫе тороуы ла хәүефте көсәйтә генә. Бер көн ел сыҡты. Ауылға төтөн таралды, янғын еҫе һиҙелә башланы. Көл осоп килә. Бынан һуң янған урындар тағы ла артты. Ҡараңғы төшкәс, тау яғында ялҡындан ҡыҙарып торған нөктәләрҙе күрергә була ине.
Бына инде ут Ҡыраҡа тауының беҙҙең ауылға ҡараған итәгенә лә күсте. Ваҡыты-ваҡыты менән Осло Ҡыраҡа төтөн аша күренмәй китә. Был тау башына элек 1 майҙа, 9 майҙа менеү ғәҙәте була торғайны. Унан бөтә тирә-яҡ ус төбөндәгеләй күренә. Йыйылышып барып, оҫҡон йыйып алып ҡайта инек. Ә ундағы еләктәрҙең эрелеге! Бына шул ерҙәрҙә хәҙер янғын ҡотора...
Ауылда һәр ваҡыт Өфө ҡалаһынан 9-сы янғын бүлегенең хеҙмәткәрҙәре дежурҙа тора.
Белорет хакимиәтенән белдереүҙәренсә, кешеләр, Үҙән урман хужалығы ҡулынан килгәнсә янғын менән көрәшә. Географик рельефтың ҡатмарлы булыуы өҫтәмә ауырлыҡтар тыуҙыра. Бөтә ергә лә техника барырлыҡ түгел. Һыу менән тәьмин итеү ҙә бик ҡатмарлы, унда бер кеше күпме генә күтәреп менә ала инде...
Үҙ теләге менән ярҙамға барыусылар урман тирәләй һөрөлгән һыҙат янында хәлде күҙәтә.
19 июль кис ауылға район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта ҡатнашлығында оператив штаб үтте. Бында артабан ниндәй саралар күрергә кәрәклеге тураһында фекер алышыу булды. Был көндө ямғыр ҙа һибәләне, ләкин ул тиҙ үтте. Шулай ҙа янғын булған урындарҙа төтөн тарала төштө.
20 июлдә ауылға Белорет ҡалаһынан автобус ирекмәндәрҙе алып килде. Улар тау итәге периметры буйынса һөрөлгән урындарҙа янғын таралмауына юл ҡуймаясаҡ. Ә янғын ҡоторған урындарҙа тик профессионалдар эшләй.
Бына бөгөн дә урман яғы төтөнгә сорналған. Янғын һаман туҡтамаған әле... Хоҙай ярҙамын бирһен! Инде был афәт сигенһен инде, тәбиғәтебеҙ һаҡланып ҡалһын, ҡош-ҡорт, йәнлектәр төйәктәрен юғалтмаһын!
P.S. Интернеттың тиҙлеге бик шәптән булмағас тиҙ арала был мәҡәләне ҡуйып булманы. Өс көн ямғыр яуҙы, әле лә яуып тора. Был урмандағы янғын нөктәләрен баҫыр, тип ышанабыҙ.
Фотолар төрлө көндәрҙә, тәүлектең төрлө мәлендә төшөрөлдө.
Читайте нас: