Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Июль 2020, 00:55

Урман янғындары хәүеф тыуҙыра

Республикала ныҡ эҫе көндәр тороу сәбәпле урмандарҙа 4-5-се класлы янғын хәүефе һаҡлана.

Республиканың урман фонды биләмәһендә 2020 йылдың 20 апреленән 18 июлгә тиклем
93 урман янғыны теркәлгән. 53 осраҡ халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе һөҙөмтәһе, 10-ыһы бүтән категория ерҙәрҙән күскән, 29 – йәшендән, 1 – техноген объекттан. Урман янғындары үткән майҙан 961 гектарҙы тәшкил итә.
Республикала ныҡ эҫе көндәр тороу сәбәпле урмандарҙа 4-5-се класлы янғын хәүефе һаҡлана. Урал аръяғы райондарында күптәнән ямғырҙар булмағанлыҡтан, ер ҙә ҡороно, үҫемлектәр кипте. Июлдең икенсе декадаһынан Урал аръяғы төбәгендә ҡоро йәшен атыу осраҡтары ла йышайҙы, был иһә урман янғындарының артыуына килтерҙе.
Әбйәлил, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Учалы райондарында 13 июлдән 17 июлгә тиклем 636 гектар майҙанда 48 урман янғыны теркәлде. Йәшен арҡаһында 35 янғын, йәки барлыҡ осраҡтарҙың 41 проценты, сыҡҡан.
Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы республика халҡын һәм ҡунаҡтарҙы янғын теркәлгән урмандарға сығыуҙан тыйылып тороуҙы һорай. Бындай сәйәхәттәр кеше ғүмеренә хәүеф тыуҙыра – янған әйберҙәрҙән һәм төтөндән ағыуланыу мөмкинлеге бар. Шулай уҡ туроператорҙарға, турфирмаларға граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында маршруттарына үҙгәрештәр индерергә тәҡдим ителә.
Башҡортостан урмандарында янғынға бәйле хәл тағы ла ҡырҡыулашҡан осраҡта, граждандарға урманға йөрөү һәм транспортта инеү тыйыласаҡ.
22 июндән республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерелгән. Урман эргәһендә усаҡ йә сүп-сар яғыу тыйыла.
Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы урманда йәки уның эргәһендә яныу осрағын күрһәгеҙ, шунда уҡ Урман һағының берҙәм телефон һандарына – 8 (800) 100-94-00 йәки республика Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә – 8 (347) 218-14-14 – шылтыратыуығыҙҙҙы һорай.
Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте материалдары буйынса.
Читайте нас: