Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Июль 2020, 15:55

Ауырғазы районы буйынса рөхсәтһеҙ һыу инеү урындарында профилактика рейдтары үткәрелә

Башҡортостанда эҫе һауа торошо урынлашты — кешеләр пляж, һыу ятҡылыҡтарына ял итергә күпләп бара.

Башҡортостанда эҫе һауа торошо урынлашты — кешеләр пляж, һыу ятҡылыҡтарына ял итергә күпләп бара.
Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһына ла күл һәм йылға буйында үткән пикниктарҙан һуң имен генә өйгә ҡайтыу бәхете теймәй. Республиканың һыу ятҡылыҡтарында 67 бәхетһеҙлек осрағы теркәлгән, уларҙа 20 кеше һәләк булған, шул иҫәптән 3 бала.
7 июлдә Юламан ауылының Чебурашка күлендә 2002 йылда тыуған үҫмер батып үлә.
9 июлдә Семенкин ауылының быуаһында 1973 йылғы бер ир һәләк була.
Һыуҙағы бәхетһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығының 14-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу отрядының 149-сы пункты хеҙмәткәрҙәре менән берлектә район хакимиәтенең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса хеҙмәткәрҙәре һәм хакимиәт комиссияһы санкцияланмаған урындар буйынса профилактик рейд үткәрҙе.
Бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында фажиғәле осраҡтарҙы булдырмауға айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Рейдта ҡатнашыусылар үҫмерҙәр һәм уларҙың ата-әсәләре менән аңлатыу эше үткәрә, һыу объекттары янында үҙеңде нисек тотоу тәртибе тураһында аңлатып, уларҙы үтәүҙе, халыҡты һыу ингән мәлдә мөмкин тиклем һаҡ булырға, шәхси һәм балаларҙың хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүҙе контролдә тоторға саҡырҙы. Рейд барышында "Һыу ятҡылығы янында үҙеңде дөрөҫ тотоу ҡағиҙәләре тураһында" иҫкәрмәләр тапшырҙылар. Унда һыу ҡойонған ваҡытта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында мәғлүмәт, батыусыны ҡотҡарыу алымы һәм беренсе ярҙам буйынса кәңәштәр бирелгән.
Хөрмәтле граждандар!!! Һыуҙа хәүефһеҙлек техникаһы түбәндәге ҡағиҙәләрҙе ҡәтғи үтәүҙе талап итә:
- Һыу инеү ваҡыты һыу һәм һауа температураһына бәйле булырға тейеш, шулай уҡ ел көсөн дә иҫәпкә алырға кәрәк. Һыу инеү өсөн һауа температураһы +25°С булырға һәм аяҡ, елһеҙ көн булырға тейеш.
- Һыуға әкренләп сумырға кәрәк, айырыуса тән ҡояшта ныҡ йылынған булһа.
- Һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре һыу аҫтында тороу йәки кешене көсләп тотоу кеүек тупаҫ уйындарҙы уйнауҙы хупламай.
- Өрөп тултырылған йөҙөү сараларын ҡулланғанда һаҡлыҡты юғалтырға ярамай, хатта еңеүлсә генә ел дә тын тултырылған матрасты ярҙан алыҫҡа алып китә ала бит.
- Йөҙә белмәүселәр, шулай уҡ өлкәндәр оҙатыуынан тыш үҫмерҙәр 1,2 метрҙан тәрән булмаған махсус йыһазландырылған урындарҙа ғына һыу инәргә тейеш.
- Иң төп ҡағиҙә — мәктәпкәсә һәм кесе йәштәге мәктәп балалары ҡәтғи өлкәндәр ҡарауы аҫтында йөҙөргә тейеш.
Уяу булығыҙ, иҫерек килеш һыу инмәгеҙ, балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ!
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: әгәр ҙә һеҙ ваҡиғаларҙың шаһиты булһағыҙ, ашығыс ярҙам хеҙмәттәренә «112» берҙәм телефоны буйынса шылтыратырға кәрәк.
Район хакимиәте сайты материалы мәғлүмәттәре файҙаланылды.
Читайте нас: