тулып ҡына үткәйне бит әле. Онота ла башлағайным ирҙең ,,и” хәрефен дә.
Дуҫтарым да үҙемә күрә етерлек. Һис бошонорға бирмәйҙәр.
Бына нисәнсе көн бер ир шылтырата. Тауышы ла таныш кеүек,үтә яғымлы ла кеүек. Ҡатын-ҡыҙға ныҡ сарсаған иргә оҡшаған һөйләшеүҙәре. Тик исемен әйтмәй ҡәһәрең. Осрашҡанда танышырбыҙ, тип кенә ҡуя. Көнөн дә үҙе билдәләне, урынын да. Әллә бармаҫҡа инде, береһенән ҡотолғанға яңы, ауырымаған башҡа тимер таяҡ булып ҡуйһа...
Төн буйы уйланды. Аҙаҡ барырға ҡарар итте Әҡлимә. Бәлки, бәхете шулдыр!
...,,Мин дә бит кеше! Минең дә кеше ише йәшәгем килә. Наконец, мин дә имею право на счастье! - тип урыҫса ла ҡыҫтырып үҙ алдына ҡысҡырып тороп әйтте, хатта йомошҡа инеп килгән күршеһе артҡа сигенә биреп туҡтап торҙо.
Бер кемгә әйтмәй генә осрашыу урынына йүгерҙе. Юҡ, осоп барҙы. Тиҙерәк уны күргеһе килде. Бар ҡайғыларын, башынан үткәндәрен һөйләп эсен бушатырға ине уйы. Ә кем белә, бәлки, уның яҙмышы минекенән дә насарыраҡ булғандыр. Бәлки, ул ғына һөйләр, мин тыңлармын, тип үҙен тынысландырып та алды. Ә кем булыуы мөмкин - шуныһы сәйер.
Килешелгән урынға килеп етһә лә, әҙәм заты күренмәне. Кире боролоп йылға буйлап атлай ғына башлағайны, атлауҙары ныҡ таныш бер ир уға ҡаршы сыҡты. Кем булыр икән, бына йомаҡ! Таныны ла, саҡ ҡысҡырып ебәрмәне.
- Бәтәш, һин бында нишләп йөрөйһөң, башҡа эшең юҡтыр шул! Йылға буйлап йөрөү һинең эшең инде вообще-то. Бисәң юҡ, донъяң юҡ. Әйҙә йөрө инде. Ҡайһылай матур итеп кейенеп тә алған булған бит әле, хәстрүш. Әллә эсеүеңде ташланыңмы?
Әйтерһең дә кәләш күҙләп китеп барамы ни?!
- Кәләш күҙләнем инде уже. Осрашырға ла һүҙ ҡуйыштыҡ. Шуға ла килдем дә бит. Күрәм, минең юлға үҙең килеп сыҡҡанһың, тимәк Хоҙай ҡушҡан. Ә үҙең бында нишләп йөрөйһөң, ир күҙләргә түгелдер, моғайын?! ,,Һинән айырылһам, никогда иргә сыҡмайым”, тип яу һала инең дә инде. Яңғыҙ йәшәүҙәре уйын тиеп уйланың, ахыры. Ауыр ул, бик ауыр... Төндәрен ер тырнап үкерге килгән саҡтар була. Бисәләр күп ул алам тиһәң, ирҙәр ҙә етәрле барам тиһәң... Тик тәүге йәргә йәр етәме ни?
Нисек кенә булмаһын, ул һинең йәнеңдең яртыһы, башҡалар тик уның кеүек булырға тейеш кеүек. Тик табыуҙары мөмкин түгел шул. Бында осрашыуға ла һине мин саҡырғайным. Килмәҫһең тип тә ҡурҡтым. Ошо һүҙҙәрҙе әйтер өсөн генә. Иҫеңә төшөр әле, һине алған саҡта мин рюмка тота инемме ни?! Туйҙарға, тыуған көндәргә кем көсләп алып бара ине?! Шунан башланды ла инде шайтан һыуына юл. Хәҙер мин алкаш, мин яман... Мин хатамды аңланым. Ғәфү үтенеүҙән дә оялмайым.
Тик һин дә үҙ хаталарыңды инҡар итмә, йәме, Әҡлимә!
Аңлаһаң, бөгөндән кире бергә йәшәргә тәҡдим итәм. Ҡыҫҡа ғына ғүмерҙәрҙе Саҡ менән Суҡ булып йәшәп китмәһәк ине. Һуңғы һүҙ һинән,яуап көтәм...
Бер һүҙ әйтерлек тә көс тапманы Әҡлимә. Аяҡтары тотмай башлауҙан, йығылып китеренән ҡурҡып сүгәләне. ,,Их, мин йүләр! Ашығып, ашҡынып килдем бит әле. Ошо һүҙҙәрҙе ишетер өсөн ашыҡҡанмын, күрәһең. Ә бит уның һүҙҙәрендә лә хаҡлыҡ бар”... ,,Йәшлектә ни ғүмер ҡалай ҙа үтә лә китә, ҡартлыҡта яңғыҙ ҡалмағыҙ!,, - ти ине әсәһе мәрхүмә лә.
- Тор, Әҡлимә, кискә ҡарай ер һалҡыны тубыҡтарыңа үтер. Ҡайтайыҡ... үҙебеҙҙең икебеҙ ҡорған нигеҙебеҙгә ҡайтайыҡ... Кеше көлдөрөп йөрөү беҙҙең йәштәгеләр өсөн түгел бит ул... Дошмандарҙы ҡыуандырмайыҡ, исмаһам.
Яйлап ҡына тороп баҫты Әҡлимә, сараһыҙҙан иренең ҡулдарына тотондо. Оялыу ҙа, үкенеүҙәр ҙә йөрәген өттө. Тамағы кипте.
Быуындары тотмауҙан ҡурҡып ҡулдарын да ысҡындырманы, ҡайтып еткәнсе йәнәш атлап барҙы.
...Тотоноп барһа ни, үҙ ире! Үҙе һайлаған йәшлек йәре. Балаларының яратҡан атаһы ла етмәһә! Донъя булғас, була инде ундай ғына хәлдәр. Тик ваҡытында төҙәтә белер кәрәк. Уның өсөн сабыр аҡыл кәрәк, аҡыл көсө бар хаталарҙан аралауын белергә ваҡыттыр беҙгә, ғүмер үренә еткән саҡтарҙа...