Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Июнь 2020, 13:25

Аҡ халатлыларҙың эшенә баһа бирелде

Июндең өсөнсө йәкшәмбеһе беҙҙең илдә традиция буйынса медицина хеҙмәткәрҙәре көнө булараҡ билдәләнә

Быйыл байрам һаулыҡ һаҡлау тармағы хеҙмәткәрҙәре өсөн коронавирус инфекцияһы хәүефенә бәйле ҡатмарлы ваҡытҡа тура килде.
Шуға ҡарамаҫтан, Ауырғазы районы һаулыҡ һаҡлау системаһында 2019 йыл һәм 2020 йылдың 5 айында бүлексәләр эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Номинациялар буйынса еңеүселәр билдәләнде һәм бүләктәр тапшырылды.
Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арнап үткәрелгән конкурстарҙа еңеүселәрҙе Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Виталий Тарасов ҡотланы һәм дипломдар, күсмә иҫтәлекле билдә, ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.
«Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә иң яҡшы хеҙмәт» тип неврология хеҙмәте (мөдире, табип-невролог А.С. Мәхмүтова) танылды.
«Иң яҡшы табип участкаһы» исеменә Шланлы табип участкаһы (мөдире, участка табип-терапевы А.С. Михайлов) лайыҡ булды.
«Иң яҡшы фельдшер-акушерлыҡ пункты» -- Талбазы ФАП-ы (мөдире А.В. Петрова).
Шулай уҡ Үҙәк район дауаханаһының структур подразделениелары араһында – инфекция корпусы территорияһы (яуаплы - дезинфекторЭльвера Рифовна Биктаһирова), участкала табип участкалары һәм ФАП-тар араһында – Яңы Ҡарамалы ФАП-ы (мөдире Тәнзилә Ғабдулла ҡыҙы Сәфәрғәлиева) «Иң төҙөк биләмә» район конкурсы еңеүселәре булараҡ дипломдар, аҡсалата сертификат менән бүләкләнде.
Һаулык һаҡлау системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн район хакимиәтенең почет грамотаһы менән Тарасов Федор Николаевич (анестезиолог-реаниматолог), Ефимов Василий Аркадьевич (Мәсәйле табип участкаһы стоматологы), Абуталипова Илмира Фәнис ҡыҙы (Әбсәләм ФАП-ы мөдире), Николаева Ольга Георгиевна (Үҙәк район дауаханаһының баш бухгалтеры вазифаһын башҡарыусы), Хәсәнова Ирина Анатольевна (ҡабул итеү бүлегенең шәфҡәт туташы), Зайкина Эльвира Энгеловна (участка шәфҡәт туташы), Ларионов Андрей Витальевич (Үҙәк район дауаханаһы водителе) билдәләнде.
Тағы ла күптәр Үҙәк район дауаханаһы хакимиәтенең почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Район хакимиәте сайты материалы буйынса әҙерләнде.
Читайте нас: