Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Июнь 2020, 13:05

Ҡоролтайға – 25 йыл

Бөгөн «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге төҙөлөүенең 25 йыллығын билдәләй

I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сирек быуат элек - 1995 йылдың 1-2 июнендә -ойошторолған. Ҙур башҡорт йәмәғәт ойошмаһы тарихының йылъяҙмаһы нәҡ ошо датанан асыла.
«Беҙҙең ойошманың сирек быуатлыҡ юбилейын Башҡорт теле йылында билдәләүе лә символик мәғәнәгә эйә. 25 йыл элек кеүек, телде һаҡлау, халыҡтың бай мәҙәни мираҫын үҫтереү бөгөн дә төп мәсьәләләр булып тора. 14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы яҙмышына, уның тарихына өлөш индереүселәрҙе бер өҫтәл артына йыйып, быйылғы йылда әүҙем эшмәкәрлек алып барыусылар билдәләп үтергә теләйбеҙ», — ти «Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы (конгресс)» президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Үҙизоляция ваҡытына тура килгәнлектән, 25 йыллыҡ уңайынан саралар онлайн-форматта үткәрелә.
Был көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарихын социаль селтәрҙәрҙә табырға мөмкин. Беренсе ҡоролтай делегаттары, башҡарма комитет ағзалары үҙ хәтирәләре менән бүлешә. Ҡоролтайҙың Instagram селтәрендә көн һайын 20.00 сәғәттә башҡорт халҡының рухи үҫешенә ҙур өлөш индереүсе билдәле кешеләр менән видео-осрашыуҙар үткәрелә. Был башҡарма комитеттың элекке етәкселәре һәм ағзалары, съезд делегаттары, аппарат белгестәре. Миҫал өсөн, тәүге эфирҙы әлеге ваҡытта Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты ағзаһы булған ғалимдар, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин һәм филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәитбатталов, үткәрҙе. Румил Аҙнабаев, Әмир Ишемғолов, Илгиз Солтанморатовтарҙың сығыштары көтөлә. Төрлө йылдарҙа улар башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарҙы, тура эфирҙы шағирә, журналист Лариса Абдуллина алып барасаҡ.
Instagram селтәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тураһында ҡыҙыҡлы факттар менән танышырға мөмкин. Сторизда көндәлек викторина ойошторолдо, унда һәр кем белемен тикшерә ала.
Интернет селтәрендә онлайн-концерт эстафетаһы башланды. Артистар үҙ сығыштарын ҡоролтай юбилейына бағышлай һәм эстафетаны коллегаларына тапшыра. Мәҫәлән, «Арғымаҡ» төркөмө һәм Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия ансамбле солисы Миләүшә Хәйбуллина, интернет файҙаланыусыларын шатландырып та өлгөрҙө. Ҡоролтай аккаунтында уларҙың ҡотлауҙары урынлаштырылған.
Интернет менән файҙаланыусылар өсөн «Башҡортса уҡыйбыҙ» тигән үҙенсәлекле акция ойошторолған. Бүләктәр һәм приздар менән акция башҡорт телендәге гәзит һәм журналдарға яҙылыу кампанияһы сиктәрендә башланды. Теләгән һәр кем башҡорт телендәге баҫмаларға яҙылып, аҡсалата приз яуларға мөмкинлек ала.
Конкурс-ярыштарҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса Агентлығы, «Юлдаш» радиоһы ойоштора. Ҡатнашыу шарттары ҡатмарлы түгел. Гәзит йәки журналға яҙылырға һәм акцияла ҡатнашыусылар аккаунтына яҙылырға кәрәк. Осраҡлы һандар генераторы ярҙамында 2 июндә йомғаҡ яһала. Еңеүселәр бүләктәр аласаҡ, төп приз - 30 мең һум.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалдары буйынса.
Читайте нас: