Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Июнь 2020, 20:05

Киләсәгебеҙ өсөн беҙ яуаплы

1997 йылдан Ауырғазы районы башҡорттары ҡоролтайын Фәүзиә Юламанова етәкләй. Уның менән райондың ҡоролтайы тарихына, эшмәкәрлегенә байҡау яһайыҡ

  • Фәүзиә Ғәли ҡыҙы, бөгөн башҡорттар донъяһында оло дата билдәләнә: 2 июндә Ҡоролтай 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо айҡанлы һеҙҙең менән әңгәмә ҡорорға ине.
    • Беренсенән, милләт яҙмышын хәстәрләү өсөн ойошторолған был ойошманың тыуған көнө менән ҡотлайым. Барығыҙға ла һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйем. Илебеҙ тыныс булһын, бергә булып берҙәм йәшәйек.
      • Эйе, амин, шулай булһын. Ҡоролтай эшмәкәрлеге халҡыбыҙ тормошо өсөн тағы ла һөҙөмтәлерәк булһын! Бер аҙ тарихҡа күҙ һалайыҡ әле, Ауырғазы районы башҡорттары ҡоролтайы тураһында, уның башланғысында кемдәр торған, ниндәй эштәр башҡарылды?
        • 1995 йылдағы I Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайында райондан 4 делегат ҡатнашты: Вәлитов М.Х., район хакимиәте башлығы, Ишморатов М.М., Мырҙабаев Әмерхан Килмөхәмәт улы, Васильев Николай Семенович. Беҙ ул ваҡытта был ҙур милләт байрамын телевизорҙан ҙур ҡыуаныс, матур өмөттәр менән һәр сығышты иғтибар менән йотлоғоп тыңланыҡ. Илдең төрлө ҡитғаларынан рухташтарыбыҙ йыйылды, халҡыбыҙҙың ул саҡтағы дәрте, әүҙемлеге, рухи күтәрелеше ҙур булды. Эшлекле пландар ҡабул ителде, тормошҡа ашырыла башланы. Район ҡоролтайы булдырылды, уның тәүге етәксеһе итеп Дауытов Нафиҡ Нух улы тәғәйенләнде.
        • 1997 йылдан был эште мин алып барам. Алда төп бурыс тип милләтте тәрбиәләү, берләштереү, туплау, барлау, осраштырыу, туғанлыҡ ептәрен нығытыу бурысы ҡуйылды. Бигерәк тә йәштәребеҙгә ныҡ иғтибар бирелде, уларҙа үҙ милләтең менән ғорурланыу хисе уятыу торҙо. Башҡорт теленә, тарихына, шәхестәренә ҡыҙыҡһыныу артты. Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайын Нияз Мәжитов етәкләгән йылдарҙа башҡорт халҡы мәнфәғәте өсөн эшләнгән эштәр күп һәм төрлө булды, ул алдан атланы, халҡына юл күрһәтте, район ҡоролтай етәкселәренә алда ҡуйылған мәсьәләләрҙе сисеүҙә ҙур ярҙам күрһәтте, үҙ бурысын лайыҡлы үтәне.
          1998 йылдың февраль айында районда икенсе ҡоролтай үткәрелде, Өфөнән хөрмәтле ҡунаҡтар, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, район етәкселәре ҡатнашлығында был мөһим сара эшлекле үтте, төрлө һәм күп ҡырлы мәсьәләләр күтәрелде, шуларҙың иң мөһиме булып Талбазы ауылында райондың бәләкәй ауылдары балалары өсөн башҡорт гимназияһын асыу торҙо һәм ул тормошҡа ашты. Бөгөнгө көндә яңынан заманса ремонтланып гөрләп эшләүен дауам итә һәм башҡалар.
          • Ә бына шул эштәрҙе башҡарыуҙа кемдәрҙең роле мөһим булды?
            • Төрлө йылдарҙа район менән етәкселек иткән Миҙхәт Хәбибулла улы Вәлитовҡа, райондың әлеге етәксеһе Зөфәр Йәүҙәт улы Иҙрисовтарға рәхмәтлебеҙ.
            • Район өсөн күп эштәр башҡарып, Марат Баязит улы Ишемғоловҡа матур эҙ ҡалдырҙы. Башҡорт ауылы Түрһәгәҙелә мөһабәт биналы, заманса, күркәм мәктәп төҙөлдө, юлдар һалынды, тағы ла бихисап изге эштәр башҡарылды.
              • Бөгөн ниндәй маҡсаттар менән эштәр башҡарыла?
              • Ҡоролтай эшмәкәрлеге өҙлөкһөҙ барырға тейеш, сөнки артҡа ҡарап йәшәһәк, алға китә алмаясаҡбыҙ. 21-се быуат- рухлы, илһөйәр, туған телен һәм халҡын хөрмәт иткән зыялылар дәүере. Беҙ ошоға ынтылырға тейеш.
              • Районда йәшәгән 35 милләт вәкилдәре менән дуҫ, татыу йәшәп, тарихын, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен киләсәк быуынға еткереү маҡсатында күп мәғәнәле саралар үткәреүҙән ситтә ҡалмай ҡоролтай.
                Башҡарма идаралыҡ эргәһендә Ағинәйҙәр ҡоро булдырҙыҡ. Улар Төрөмбәт, Мораҙым , Турһәгәҙе, Ҡаҙморон ауылдарында маҡсатлы эшләп киттеләр. Улар милләт ғәме менән янып йәшәй, йәшәйешебеҙҙә тәрбиәсе ролендә тора. Ауылдарҙың йөҙөк ҡашы булған гүзәл заттар йыйылып, бер-береһе менән фекер алыша, үҙҙәрен борсоған һорауҙар, көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында уртаға һалып һөйләшә, киләсәккә пландар билдәләй, халҡыбыҙ йолаларын тергеҙеүҙә үҙ өлөштәрен индерә. Шулай уҡ ағинәйҙәр йыр-моңдары менән һөйөндөрә, ҡул эштәренә лә оҫта һәм үҙҙәре белгән маһирлыҡтарын башҡаларға өйрәтә. Улар балалар баҡсаларында ла, мәктәптәрҙә лә көтөп алынған тәрбиәселәр, ауыл хакимиәтенә ныҡлы терәк, кәңәшсе һәм ярҙамсылар ҙа.
                Башҡарма комитет эргәһендә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы ла әүҙем эштәр башҡара, етәксеһе Талбазы район дауаханаһының табибы Килмөхәмәтова Лилия Сафа ҡыҙы. Район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы менән берлектә Әсәләр көнөнә арналған матур сара үткәрелде, аш-һыу, оҫта ҡулдар күргәҙмәләре, ҡортсолоҡ һәм апитерапия фәнни- тикшереү үҙәге продукциялары һәм башҡалар байрамға мәртәбә өҫтәнеләр.
                Башҡортостан Хөкүмәтенең «Шәжәрә байрамдары үткәреү тураһындағы» ҡарары нигеҙендә ауылдарҙа был байрамдарҙы үткәреүгә етди иғтибар бирелә. Ауыл тарихын өйрәнеү, һәр ғаиләнең үҙ шәжәрәһен төҙөү маҡсатында был байрам Түрһәгәҙе ауылында «Туғандарҙың ҡәҙерен беләйек» девизы аҫтында ҙур әҙерлек менән үтте. Һабанаевтар, Раяновтар, Һатлыҡовтар һ.б. туғанлыҡ тамырҙарын барланылар. Йылдан-йыл үҙ тамырҙарын белергә теләүсе ғаиләләрҙең арта барыуы, үҙ асылыбыҙға ҡайтыуыбыҙ шатлыҡлы, әлбиттә.
                Михайловка ауыл советы, Мораҙым мәктәбе коллективы, ауыл халҡы менән берлектә Мораҙым мәктәбенең 165 йыллыҡ юбилейын үткәрҙе, мәртәбәле сарала Мораҙым ерлегенән сыҡҡан һәм ошо мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамлаусылар осрашты, арҙаҡлы шәхестәре ҡатнашып, тәъҫораттары менән уртаҡлашты, күп тармаҡлы мәҙәниәт усағында профессор, ғалимә, фольклорсы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Нәҙершинаның ижадына арналған фольклор бүлмәһе асылды.
                Районда меркеттәр менән бергә Табын ырыуы вәкилдәре Үтәймулла, Өсмөгөҙ ауылдарында ырыҫлы донъя көтә. Үтәймулла ауылында ла Шәжәрә байрамы үткәрелеп, туғанлыҡ тамырҙары барланды. Күп ғаиләләр үҙҙәренең шәжәрәләрен төҙөнөләр.
                • Рәхмәт, Фәүзиә Ғәли ҡыҙы. Артабанғы пландар уңышлы үтәлһен, райондың башҡорт мөхитендә саралар тағы ла гөрләп торһон, киләсәк быуындар рухлы, үҙ халҡын яратыусы, илһөйәр, телһөйәр булып үҫһендәр өсөн һәр кемебеҙ тырышһын, беребеҙ ҙә ситтә ҡалмайыҡ. Милләтебеҙ киләсәге үҙебеҙҙең ҡулда!
                • Читайте нас: