Рух
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Май 2020, 13:50

Радий Хәбиров: «Илдәге коронавирусҡа бәйле хәлдәр ирекмәндәр хәрәкәтенең өлгөргәнлегенә тикшереү булды»

20 май Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика ирекмәндәре менән онлайн-осрашыу үткәрҙе

– Һеҙҙең башҡарған ҙур хеҙмәтегеҙ баһалап бөткөһөҙ. Үҙ иңегеҙгә иң ҡатмарлыһы булған миссияны - мохтаж кешеләргә ярҙам итеүҙе алдығыҙ. Республикала 200 000 мең кеше һеҙҙән ярҙам алды. Мин һеҙҙе тағы ла был эште дауам итеүегеҙҙе үтенәм, - тип ул ирекмәндәргә мөрәжәғәт итте.
Ирекмәндәр хәрәкәте лидерҙары, эшҡыуарҙар, спортсмендар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре яңы коронавирус инфекцияһы пандемияһы осоронда кешеләргә ярҙам итеү тәжрибәһе менән бүлеште.
Радий Хәбиров Башҡортостандың ирекмәндәр ойошмаларына ярҙам итергә һәм уларға айырым бина бүлергә ҡарар итте.
Осрашыу барышында ул беҙҙең ил өсөн яңылыҡ - ирекмәндәрҙе страховкалау тураһында ҡарар ҡабул итте.
- Беҙгә ирекмәндәр өсөн юридик гарантиялар саралары тураһында уйларға кәрәк. Республикала уларҙың ғүмерен һәм һаулығын страховкалау нормаһын индерәсәкбеҙ, - тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Ирекмәндәр үҙәге Ассоциацияһы Советы рәйесе Артём Метелев республиканың федераль кимәлдә ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереүҙә ҡатнашыу кимәлен юғары баһаланы һәм был тәжрибәне башҡа төбәктәр менән уртаҡлашырға үтенде.
Өфөнөң 2-се балалар поликлиникаһында педиатр булып эшләүсе Айгөл Нуриева үҙенең кешеләргә ярҙам итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ул коронавирус йоҡтороу хәүефе булған балалар менән эшләй, шул уҡ ваҡытта ирекмән булараҡ, башҡаларға ла ярҙам итә.
Башҡортостандағы «Еңеү ирекмәндәре» лидеры Александр Юдин Бөөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәр кешегә хәүеф тураһында иҫкәртеү төймәһе булған, лимитһыҙ тарифлы сим-карталы кәрәҙле телефон тапщырырға йыйыныуҙары тураһында белдерҙе. Был республиканың «Берҙәм Рәсәй» төбәк хәрәкәте комитеты һәм депутаттар корпусы ярҙамы менән тормошҡа ашырыласаҡ. Шулай уҡ республика муниципалитеттары етәкселәре менән осрашыуҙарҙы даими үткәрергә тәҡдим индерҙе.
Республика башлығы был теләкте баһаланы һәм Өфөлә көҙгә ирекмәндәр менән ҙур осрашыу ойошторорға тәҡдим итте.
Радий Хәбиров Олимпия чемпионы Тимур Сафиндың «Башҡортостан ирекмәне (волонтеры)» почет билдәһе булдырыу тураһындағы тәҡдименә лә ҡушылды.
Тура эфирға муниципалитеттарҙан да ирекмәндәр ҡушылды, улар араһында блокадалы Ленинградта йәшәгән Валентина Николаевна Арефьева ла бар ине.
- Мин блокадалы Ленинградты яҡшы хәтерләйем. Беҙ уны еңә алдыҡ. Вирусты ла еңербеҙ, - тип ышанысын белдерҙе ул.
Салауат районынан бер туған апайлы-һеңлеле Хәжиевтар әсәләре менән бергә ирекмәндәр өсөн битлектәр тегә. Эштәрен тура эфирҙа ла күрһәттеләр.
Бөрйән районынан «Йәш гвардия» вәкиле Оскар Лютов менән волонтерҙар штабы етәксеһе Илһам Ишкининдың тәҡдимдәре лә хупланды. «Башкортостан аҙыҡ-түлеге» һәм «Изгелек автобусы» акцияларын да ҡабатлаясаҡтар.
Ағиҙел ҡалаһынан фермер Илнур Буляшев, «Арт-Моторс МБ» компанияһы хужаһы Андрей Шмергельский һәм «Опора России» Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе Ләйсән Николаева эшҡыуарҙар йәмғиәтенең мохтаждарға ярҙамы тураһында һөйләне.
Осрашыуҙа Ҡырғыҙстан һәм Ҡаҙағстандың ирекмәндәр хәрәкәте етәкселәре лә ҡатнашты. Республика был илдәр менән бәйләнештәрҙе үҫтереүҙе һәм ирекмәнлек хәрәкәте буйынса хеҙмәттәшлекте дауам итәсәк.
- Коронавирус инфекцияһы таралыу менән бәйле хәлдәр ирекмәндәр хәрәкәтенең өлгөргәнлегенә ҙур һынау булды. Бер мәлдә илебеҙҙә ғүмерҙәрҙе һаҡлау буйынса етди осор тыуҙы. Был ваҡытты «геройҙар дәүере» тип атанылар, был ысынлап та шулай, - тип йомғаҡланы Радий Хәбиров.
Читайте нас: