Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Май 2020, 16:00

Американан -тыуған төбәккә

Коронавирус пандемияһына бәйле АҠШ-тың төрлө штаттарында ҡалған Башҡортостан граждандары тыуған иленә ҡайта аласаҡ

Нью-Йорк – Мәскәү (Шереметьево) – Өфө маршруты буйынса транзит рейсы Көнсығыш Америка ваҡыты менән 23 майҙа 19:20 сәғәткә тәғәйенләнгән.
Үткән ике айҙа Американан Рәсәйгә биш рейс ойошторолған, шул иҫәптән Нью-Йорктан һәм Лос-Анджелестан. 1200 тирәһе яҡташыбыҙ илгә ҡайтарылған. Тик был Кеннеди исемендәге аэропорттан йүнәлеш алған лайнерҙарҙың береһе осош мәлендә туҡталып киткән рейста нигеҙҙә Мәскәү һәм илдең үҙәк төбәктәрендә, шулай уҡ Санкт-Петербургта йәшәүселәр ҡайта алды. Бынан тыш, унда Америкала дауаланған бәлиғ булмаған балалар, өлкән йәштәгеләргә, кемгә киҫекмәҫтән тиҙ ярҙам кәрәк - шуларға өҫтөнлөк бирелгәйне.
Хәҙер Транспорт министрлығы, Сит ил эштәре министрлығы, Башҡортостан хөкүмәтенең берҙәм тырышлығы менән Нью Йорк – Мәскәү – Өфө маршруты буйынса транзит рейс планлаштырыла.
Лайнер 24 майҙа Мәскәү ваҡыты менән 11:45 сәғәттә Шереметьево аэропортына төшәсәк. Артабан Башҡортостанға һәм күрше төбәктәргә Мәскәүҙән махсус Airbus-320 рейсы ойошторола, ул Мостай Кәрим исемендәге аэропортҡа төшәсәк. Рейсҡа теркәлеү “Дәүләт хеҙмәте порталы аша мөмкин, унда Мәскәү ҡалаһы, Мәскәү, Владимир, Калуга, Иваново, Рязань, Смоленск, Тверь, тула, Ярослав, Брянск, Орлов, Липецк, Тамбов, Воронеж, Курск, Псков, Новгород, Вологод, Кострома, Пенза өлкәләре, Мордва, Башҡортостан, Удмурт, Татарстан республикалары, Ырымбур, Силәбе, Свердловск, Һамар өлкәләре, Пермь крайы кешеләре генә теркәлә ала.
Рәсәй авиацияһы мәғлүмәттәре буйынса, ошо көндәрҙә Мальта, Ларнаки, Ташкент, Дүшәнбе, Тривандрум, Калькутта, Дубай, Бишкек, Куала-Лумпура, Пномпеня, Гоа, Дели һәм Римдан Рәсәйгә рейстар буласаҡ.
Сит илдән ҡайтасаҡ барлыҡ ватандаштар ҙа ике аҙналыҡ карантинға ябыласаҡ.
Читайте нас: