Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Май 2020, 19:05

Юлдар төҙөлөүе – ауыл халҡы өсөн ҙур шатлыҡ

Ауыл ерендә яңы юл төҙөлөү – әһәмиәтле ваҡиға. Берҙән, уңайлылыҡ тыуҙырһа, икенсенән, ауылдарҙың үҫеүе өсөн дә яңы мөмкинлектәр тыуа.

Туҡай һәм Өршәк ауыл биләмәләрендә урынлашҡан ауылдарҙаң күптән инде ремонт талап иткән урындарҙың береһендә юл төҙөлдө. Сулпан – Андреевка юлы һәйбәтләп түшәлде.
Ауыл халҡы был проблеманы хәл итеүҙе һорап, үткән йылда уҡ район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. Ҡыйынлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, юл төҙөү өсөн саралар табылды.
Ауыл халҡы, хәҙер ниндәй һауа торошо булыуына ҡарамаҫтан, юлда мәшәҡәттәр тыумаҫына ышана:
- Яңы юлды беҙ оҙаҡ көттөк. Элек, ямғырҙар яуа башлаһа, нисек йөрөрбөҙ инде, тип ҡотобоҙ оса ине. Хәҙер был юлдан ниндәй булһа ла автомобиль үтә ала. Бер-беребеҙгә лә барырға, яҡын ҡалаларға ҡыҫҡа юлдан йөрөргә лә уңайлы хәҙер.
Өршәк һәм Туҡай ауыл биләмәләре халҡы һәм хакимиәте район хакимиәтенә һәм төҙөүселәргә оло рәхмәтен белдерә.
Район хакимиәтенең мәғлүмәт үҙәге материалдары буйынса.
Читайте нас: