“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса быйыл 303,09 саҡрым оҙонлоҡтағы юлдар яҡшыртыласаҡ. 107 төп объект билдәләнгән.
Бынан тыш, Башҡортостан юлдарында 248 юл билдәһе, 1200 метр майҙанда йәйәүлеләр өсөн ҡоймалар, 23 светофор ҡуйыласаҡ.
12,33 саҡрымда капиталь ремонт, 2,96 саҡрымда үҙгәртеп ҡороу эштәре башҡарыласаҡ, дөйөм оҙонлоғо 1,839 саҡрымлыҡ яңы юлдар эшләнәсәк. Өс автоматик үлсәү контроле пункты ҡуйыу планлаштырыла. Шулай уҡ фото- һәм видеотеркәү камералары артасаҡ.
Ошо эштәрҙе атҡарып сығыуға барлығы 7 324,7 миллион һум аҡса (2 223 миллион һумы федераль бюджеттан) йүнәлтеләсәк. 2020 йылда Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында, Иглин, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө райондарында эштәр бпшҡарыласаҡ.
"Быйыл “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты объекттарында эш ғәҙәттәгенән ике-өс аҙна алдараҡ башланды, – тип белдерҙе Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев. – Подрядсылар объекттарҙа эшләй. Быға уңайлы тәбиғәт шарттары ғына түгел, конкурс процедураларын ваҡытында үткәреү ҙә булышлыҡ итте".
Тәүгеләрҙән булып башҡалала юл төҙөү-ремонт эштәре башланды, милли проектҡа ярашлы уларҙы сентябрҙә тамамларға уйлайҙар. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында белдереүҙәренсә, Өфөлә һуңғы йылдарҙа уңайлы, заманса, ышаныслы транспорт инфраструктураһы булдырыу буйынса күләмле эштәр башҡарыла. Башҡалала 20,85 саҡрым оҙонлоҡтағы 22 юл участкаһында юлдарҙы яҡшыртасаҡтар.
Иң эре объекттарҙың береһе булып Өфө-Нагаево автоюлы тора. Бородино урамынан “Урал” М-5-ҡа тиклем арауыҡты эшләү ике йылға иҫәпләнгән.
Яңы объекттарҙан тыш, баш ҡалалағы Левитан урамы. Өфөнөң Дим биҫтәһендәге Таллин урамынан Яңы Рәсәй урамына тиклемге өлөш тә (920 метр) йүнәтелә. Бынан тыш, баш ҡаланың Воровский урамы яғындағы Ағиҙел аша күпер, Валерий Лесунов урамы һәм Баландин бульвары төҙөлөштәре, Мостай Кәрим урамындағы капиталь ремонт, Комсомол, 8 Март урамдарын үҙгәртеп ҡороу дауам итә.
Муниципаль-ара тәғәйенләнешле Стәрлетамаҡ – Салауат юлының бер өлөшө ҡайнар асфальт-бетон менән тигеҙләнә. Урында йәшәүселәрҙең һорауы буйынса “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” программаһына индерелгән автоюл участкаһының оҙонлоғо – өс километр. Бындағы эштәр июнь аҙағында тамамланыр тип көтөлә.
Юлдарҙы яңыртҡанда “Superpave” асфаль-бетон иҙмәһен күләмле проектлау алымы ҡулланыласаҡ. Ведомствола белдереүҙәренсә, юлдарҙа ремонт башҡарый йәки төҙөү өсөн “Башкиравтодор” асфальт-бетон заводтары юғары сифатлы иҙмәләрҙең бөтә спектрын әҙерләйҙәр.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: республика Хөкүмәте сайты.
Республика матбуғаты материалдары буйынса әҙерләнде.