Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Апрель 2020, 15:50

Үҙизоляция шарттарында Ауырғазы районы тормошо

Коронавирус пандемияһы сәбәпле илебеҙҙә иғлан ителгән карантин аңлы рәүештә ҡабул ителде

Ауырғазы районында карантин ҡағиҙәләре теүәл үтәлә, тәртип һаҡлана. Волонтерҙар өлкән йәштәгеләргә ярҙам күрһәтә, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар менән тәьмин итә. Райондың хәрби хәрәкәттәр ветерандары, ауылдарҙағы ҡоролтай ағзалары ла был изге эшкә ҡушылды. Ирекмәндәр техника менән тәьмин итә.
Мәктәптәрҙә онлайн режимда уҡыу башланды. Ата-әсәләр араһында аңлатыу эштәре алып барылғанлыҡтан, барыһы ла был яңылыҡты әҙерлек менән ҡабул итте. Балалар, карантин шарттарына ҡарамаҫтан, сифатлы белем алырға тейеш. Һәр баланың мөмкинлектәре, тейешле техника менән тәьмин ителеү-ителмәүенә ҡарап, уҡыу өсөн оптималь вариант һайланған.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә эштәре менән дистанцион аралашып әүҙем йәшәй.
Шулай уҡ районда йәшәүселәр өсөн «ҡыҙыу элемтә» номеры тәүлек әйләнәһенә эшләй. Был берҙәм номер - (8-347-45)-2-01-17. Һәр кем коронавирус инфекцияһы буйынса һорауҙары менән мөрәжәғәт итә ала. Өлкән йәштәгеләргә йәки мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам кәрәкһә, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар йәки башҡа мөһим кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү буйынса ирекмәндәргә мөрәжәғәт итәләр, йәки сит илдән, башҡа төбәктәрҙән килеүселәр тураһында хәбәрҙәр ошонда ҡабул ителә.
Һау-сәләмәт булайыҡ! Туғандарыбыҙҙы, яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ!
Иғтибарығыҙға Ауырғазы районы башҡорттары башҡарма комитеты тәҡдим иткән ролик.
#өйҙә Ошондай исем аҫтында яңы марафон тәҡдим итте Ильвира һәм Шамил Хәбибуллиндар. Карантинда тик ятҡансы, үҙ-ара видео-концерт ойоштоп ебәрәйек, хөрмәтле яҡташтар! Тәүге видеоларҙы - талантлы ғаилә-Хәбибуллиндарҙың сығышын ҡарайыҡ. Рәхим итегеҙ!
Читайте нас: