Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Апрель 2020, 18:00

Апрель – Әсә теле айы

Тыуған телен яратҡан телһөйәр, илһөйәр уҡыусыларыбыҙ тураһында мәғлүмәттәр циклын башлайбыҙ.Шундай илһөйәр, телһөйәр балалар тураһында һеҙ ҙә тәҡдим итә алаһығыҙ.

Тыуған телен яратҡан телһөйәр, илһөйәр уҡыусыларыбыҙ тураһында мәғлүмәттәр циклын башлайбыҙ.
Шундай илһөйәр, телһөйәр балалар тураһында һеҙ ҙә тәҡдим итә алаһығыҙ.
2020 йыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Башҡорт теле йылы тип иғлан ителгәнлеген барыбыҙ ҙа беләбеҙ.
Һәр айҙа айырым тематик йүнәлештәр билдәләнгән.
Мәҫәлән, ғинуар – ‘Башҡорт теле – дәүләт теле”, февраль –” Башҡорт теле – заманса тел”, март – ғаилә теле, апрель – әсә теле, май – еңеүселәр теле, июнь – башҡорт теле – халыҡ теле, июль – дуҫлыҡ теле, август – юлдаш теле, сентябрь – ижад теле, октябрь – тарих теле, ноябрь – моңло тел, декабрь – рух теле.
Әле апрель башланды, йәки Әсә теле айы. Һеҙгә уҡыусыларҙың башҡорт телендә сығыштарын тәҡдим итәбеҙ.
Бөгөн һеҙҙең иғтибарға Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Гөлсинә Мөхәмәтова. Ул әле етенсе класта уҡый. Үткәрелгән һәр сараның уртаһында. Гөлсинә яҡшы уҡый, төрлө предмет бәйгеләрендә лә гимназия данын яҡлай. Мәҫәлән, Өфөлә ЮНЕСКО тарафынан ойошторолған халыҡ-ара “Урал-батыр” конкурсында ҡатнашты. Ул был мәшһүр әҫрҙең 1500 юлын ятлап, “Иң йәш сәсән” номинацияһында еңеү яуланы.
Талбазы музыка мәктәбендә фортепиано класында шөғөлләнә.
Әйткәндәй, быйыл ул "Сулпылар" йыр-моң конкурсына беренсе тапҡыр барып ҡайтты. Уңыштар юлдаш булһын!
Читайте нас: