Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Февраль 2020, 16:45

Башҡорт теле йылы рәсми асылды

Ауырғазы районының Талбазы башҡорт гимназияһында Башҡорт теле йылын асыу тантанаһы үтте

Башҡорт теле йылы рәсми асылды
Ауырғазы районының Талбазы башҡорт гимназияһында Башҡорт теле йылын асыу тантанаһы үтте.
Белеүебеҙсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип иғлан итергә тәҡдим итте. Был башланғысты республика Башлығы Радий Хәбиров хупланы. Уның маҡсаты – башҡорт телен популярлаштырыу, республикала һәм башҡорттар йәшәгән төбәктәрҙә телде уҡытыу шарттарын яҡшыртыу, дәүләт теле булараҡ башҡорт телен ғәмәлдә ҡулланыу даирәһен киңәйтеү.
Сара әҙәби-музыкаль композиция менән башланды. Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусылары көсө менән бик матур концерт программаһы әҙерләнгән. Иң кескәйҙәр – балалар баҡсаһы төркөмө - башҡорт телендә шиғырҙар һөйләү менән башланы, ә уҡыусылар йыр-ҡобайырҙар, дәртле башҡорт бейеүҙәре менән дауам итте. Гимназияның “Дуҫлыҡ” ҡурайсылар ансамбле сығыш яһаны. Район мәҙәниәт һарайынан Фәнәғәт Юлмөхәмәтов та моңло йырын бүләк итте.
Төп рәсми өлөштә Башҡорт теле йылының положениеһы менән танышып, йыллыҡ план ҡабул ителде.
Район башҡорттар ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Фәүзиә Ғәли ҡыҙы 21 ғинуарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йәмәғәтселекте йыйып, ҙур кәңәшмә үткәрелеүен әйтеп үтте:
- Беҙҙең алда ҙур маҡсаттар ҡуйыла. Телде үҫтереү, уны популярлаштырыу өсөн район буйынса, мәктәптәрҙә, ауыл мәҙәниәт йорттарында төрлө саралар үткәрелергә тейеш.
Беҙҙең ойоштороу комитеты төҙөлдө, уның ағзалары исемлегендә район хакимиәте белгестәре, район гәзите, төрлө учреждениелар етәкселәре, ауыл биләмәләре вәкилдәре, уҡытыусылар инде. Шулай уҡ район ҡоролтайының үҙ социаль селтәре булдырылды. Унда үҙегеҙ ҡушылығыҙ, шулай уҡ башҡаларҙы ла йәлеп итегеҙ. Әүҙем эшләйек. Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!
Ф. Юламанова шулай уҡ Башҡорт теле йылының план-программаһы менән таныштырҙы. Йыл дауамында уҡыусылар, студенттар араһында ижади ярыштар, флэшмобтар ойошторолоуы ҡарала, әҙәби осрашыуҙарҙа, “Башҡорт ғаиләһе” конкурсында, милли кейем парадында ҡатнашыу, тағы ла бихисап саралар индерелгән. Шулай уҡ Өфөгә Хәрби дан музейына, райондың күренекле урындарына экскурсиялар ойоштороу, балалар фольклориадаһы ойоштороу, яңы китаптар менән китапханаларҙы тәьмин итеү буйынса тәҡдимдәр яңғыраны.
Мәғариф бүлегенә, мәҙәниәт ойошмаларына, китапханаларға конкрет эштәр тәҡдим ителде, уларҙы төрлө социаль селтәрҙәрҙә, район матбуғатында яҡтыртыу бурысы йөкләтелде.
Шулай уҡ район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты составы ҡаралды. Комитет составына 3-сө балалар баҡсаһы мөдире Зифа Ноғоманова индерелде.
Рәүилә БАРДЫБАЕВА.
Читайте нас: