Рух
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Декабрь 2019, 12:05

Салауат Юлаев һәйкәленең авторына – 125 йыл

Бала саҡтан уҡ Сосланбәктә скульптор оҫталығы һиҙелә. Фронтта тыныс булған мәлдәрҙә ағастан бысаҡ менән төрлө һындар яһай. 1921-1923 йылдарҙа һәүәҫкәр рәссам булараҡ үҙаллы эшләй.

Бөгөн, 25 декабрь, монументаль скульптура оҫтаһы, Салауат Юлаев һәйкәлен төҙөүсе Тавасиев Сосләнбәк Дафай улының тыуыуына 125 йыл
Сосланбәк Тавасиев (осет. Тауасити Дафай фырт Сослæнбек) 1894 йылдың 25 декабрендә Дафа Тавасиев һәм Ханғуасса Койбаева ғаиләһендә Төньяҡ Осетияның Дигориялағы Фаснал ауылында донъяға килгән. Милләте буйынса осетин-дигор. Ғаиләлә һигеҙ бала була: биш улан — Хәджирәт, Женя (Бездук), Хәжи, Аға (Ҡышҡы һарайҙы штурмлаусы) Сосланбәк һәм өс ҡыҙ бала.
Атаһы балаларына яҡшы белем бирергә ынтылған: уның балалары башта Алағирҙағы мәктәпкә йөрөйҙәр, ә һуңынан — Владикавказ гимназияһының әҙерлек класына.
Сосланбәк тә 1914 йылды армияға осетин батальонына алынғанға тиклем гимназила уҡый. Октябрь революцияһынан һуң 1917 йылда башланған Граждандар һуғышында большевиктар яғында була.
Пятигорскта Беренсе армияның хәрби советы һәм большевиктар партияһының өлкә комитеты тарафынан контрреволюцияны тар-мар итеү өсөн Шәриғәт коллонаһы ойошторола. Тавасиев полк командиры итеп тәғәйенләнә. Шкуро һәм Бичехаров етәкселегендәге казак отрядтарына ҡаршы һуғыша һәм Осетияла беренселәрҙән булып хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана (1919 йыл).
Бала саҡтан уҡ Сосланбәктә скульптор оҫталығы һиҙелә. Фронтта тыныс булған мәлдәрҙә ағастан бысаҡ менән төрлө һындар яһай. 1921-1923 йылдарҙа һәүәҫкәр рәссам булараҡ үҙаллы эшләй.
1924 йылда Владикавказда урындағы рәссамдар күргәҙмәһендә ҡатнаша. Күргәҙмәнән һуң уны М. Г. Авсарагов Ленинградҡа Юғары художество-техник институтына (элекке Художество академияһы) уҡырға йүнәтмә бирә. Скульптура факультетын Сосланбәк Тавасиев 1927 йылда отличие менән тамамлай (педагогы А. Т. Матвеев). Уҡыған саҡта студенттарҙың Тыуған яҡты өйрәнеү үҙәк бюроһының секцияһын ойоштора. , уның рәйесе була, һуңынан 1930 йылға тиклем Үҙәк бюроның ағзаһы булып тора.
1927 йылда Сосланбәк Дафа улы институттың материаль мәҙәниәте кафедраһында ассистент булып эшләй. 1928 йылда Мәскәүгә күсә. АХРР-ҙың (Революцион Рәсәй рәссамдары ассоциацияһының), Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының 10-йыллығына арналған күргәҙмәләрендә ҡатнаша. 1939 йылда СССР рәссамдар союзы ағзаһы булып китә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Тавасиевтар ғаиләһе Башҡортостандың Стәрлебаш районына эвакуациялана. Шунан улар Өфөгә күсәләр, белгестәр йортонда йәшәйҙәр, һуңынан хәҙерге ваҡыттағы Ленин урамы, 74-се йортта йәшәйҙәр. Сосланбәк 1941—1942 йылдарҙа Рәссамдар союзының Өфө бүлексәһенең яуаплы секретары була.
Салауат Юлаев һәйкәлен ижад итеү идеяһы Тавасиевҡа нәҡ Башҡортостанда йәшәгән йылдарҙа, 1941—1946 йылдарҙа, килә.
1941 йылдың йәйендә Стәрлебаш ауылында Сосланбәк Тавасиев тәүге тапҡыр Салауат исемен ишетеп ҡала. Фронтҡа новобранецтарҙы оҙатҡан саҡта бер оло башҡорт, еңеү өсөн Салауат кеүек батыр булырға кәрәк, тип әйтә. Шул ваҡиғанан алып Сосланбәк Салауат менән ҡыҙыҡһына башлай, уның тураһында булған әҙәбиәтте уҡый, архив материалдарын һәм башҡорт фольклорын өйрәнә.
Уның күҙ алдына батырҙың ғүмерендә иң яуаплы мәлендә ат өҫтөндәге ярһыу Салауат килә. 1773 йылдың көҙөндә Салауатты отряды менән Хөкүмәт ғәскәрҙәренә ярҙамға ебәрәләр, әммә йәш батыр Пугачевҡа ҡушылырға ҡарар итә. Тап ошо яуаплы мәлде Тавасиев ташта һынландыра. Өҙәнгеләрҙә саҡ ҡына күтәрелеп, көслө ҡулы менән теҙгенде шаҡарып тартып, бейек ярҙа үҙе һымаҡ ярһыған атын ҡапыл туҡтатҡан. Тәүәккәл, ғәйрәтле, ихтыярлы йөҙ, алға өндәүсе хәрәкәттә уң ҡулында ҡамсы күтәрелгән. Салауат үҙенең иптәштәрен Пугачевҡа ҡушылырға өндәй һымаҡ.
Һәйкәлдең макетын да, скульптураны ла автор рәссамдар ҡасабаһы Ново-Абрамцеволағы (был ҡасабаны төҙөү идеяһын И.Э.Грабарь менән С.Тавасиев бирә) оҫтаханаһында яһай. “Ново-Абрамцево” оҫтаханалар берләшмәһе сиркәү бинаһында була. Сосланбәк унда башҡорт халыҡ батыры Салауаттың атлы монументаль композицияһын төҙөй.
Ысын ҙурлығындағы гипс һәйкәлдең моделе 1963 йылда тамамлана. СССР-ҙың мәҙәниәт министрлығы коллегияһнда белгестәр тарафынан vjltkm ҡарала һәм рәсми рәүештә раҫлана. Уны Башҡорт опера һәм балет театры фойеһына ҡуялар. Aвтор үҙе иҫләүенсә, барыһына ла һәйкәлдең проекты оҡшай. Тик бер генә башҡорт ҡатыны, батыр өсөн Салауат фигураһы артыҡ сибек, тип әйтә. Сосланбәк Дафа улы был иҫкәрмәнән һуң һәйкәл өҫтөндә эшен дауам итеп, уны артабан камиллаштыра[1].
Скульптура Ленинградтағы «Монументскульптура» заводында бронза яғылған суйындан ҡойоп яһала. Завод инженерҙары һәм эшселәре ҙур теләк менән уны эшләйҙәр һәм ай ярым эсендә һәйкәл әҙер була. Бик ҙур һәм ҡатмарлы атлы скульптураһы өсөн махсус ҡулайламалар уйлап табырға кәрәк була.
Шул уҡ ваҡытта скульптор һәйкәлде Ағиҙел йылғаһының текә ярында ҡуйырға теләген белдерә.
Артабан Тавасиев Мәскәүҙә йәшәй. Уның оҫтаханаһы Үрге Масловка урамында урынлашҡан була.
Тавасиевтың ижади эштәре араһында билдәлелек алған икенсе монумент — Осетия драма театры алдында ҡуйылған Коста Хетагуров һәйкәле (Владикавказ).
Сосланбәк Тавасиевтың эштәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), Дәүләт Третьяков галереяһы, рус музейы, Рәсәй һәм сит музейҙары коллекцияларында һаҡлана.
1974 йылдың 10 апрелендә Мәскәүҙә вафат була. Новодевичий зыяратында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
Төньяҡ Осетия АССР-ының халыҡ рәссамы (1955)
Башҡорт АССР-ының халыҡ рәссамы (1967)
СССР дәүләт премияһы (1970) — Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәле өсөн
Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1919)
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1958)
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1968)
СССР рәссамдар ассоциацияһы Алтыны миҙалы (1967)
Читайте нас: