Ауырғазы районының дүрт ауыл биләмәһендә Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә сираттағы проекттар тормошҡа ашырылды.
13 декабрҙә тағылмалы дүрт МТЗ-82.1 тракторҙары Төрөмбәт, Ибрай, Мәсәйле, Терәпә ауыл биләмәләренә ҡайтарылды. Шундай бер тракторҙың хаҡы - 1 476 232,84 һум.
Ауыл ере өсөн трактор бик әһәмиәтле. Ул ихаталарҙан сүп-сар сығарыу, юл буйҙарын, ҡый үләндәрен сабыу, ҡышҡы осорҙа юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү кеүек төрлө эштәрҙе башҡарыуҙа ҙур ярҙам.
Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы Башҡортостанда республика Башлығы һәм Хөкүмәте ҡарары менән Бөтә донъя банкы ҡатнашлығында ғәмәлгә ашырыла. Программаға старт 2014 йылда бирелде. Ул нимәнән ғибәрәт һәм ниндәй эштәрҙе үҙ эсенә ала?
Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы (ППМИ) халыҡтың дөйөм йыйылышта билдәләгән проблемаларын хәл итеүгә арналған. Проекттың маҡсаты – теге йәки был мәсьәләне хәл итеү өсөн муниципалитеттың аҡсаһы етмәгән осраҡта булышлыҡ итеү. Мәҫәлән, һыу менән тәьмин итеү, ауыл йә ҡасаба эсендәге юлды төҙөкләндереү, яҡтылыҡ мәсьәләһе, балалар майҙансығы, клубтар менән бәйле проблемалар булыуы мөмкин. Конкурс нигеҙендә республика ҡаҙнаһынан бер миллион һумға тиклем аҡса бүленә. Йәнә урындағы ҡаҙна үҙ өлөшөн индерә һәм халыҡтан аҡса йыйыла. Проектҡа ярашлы, финанслау талабы шундай: муниципаль бюджет тейешле дөйөм финанстың – биш, ә халыҡ өс процентҡа тиклемен түләргә тейеш. Теге йәки был төҙөлөштә йә ремонт эштәрендә граждандарҙың өмәгә сығыуы ла хуплана.