Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Декабрь 2019, 17:30

Талбазылағы ял паркы төҙөкләндерелде. Уға исем кәрәк!

Талбазыла ял итеү өсөн тәғәйенләнгән парк тергеҙелде.Ул Советтар Союзы ваҡытында төҙөлгән, тик 90-сы йылдарҙа ҡаралмағанлыҡтан, унда ҡыуаҡтар үҫә, емерек хәлгә килә.

Талбазыла ял итеү өсөн тәғәйенләнгән парк тергеҙелде.
Ул Советтар Союзы ваҡытында төҙөлгән, тик 90-сы йылдарҙа ҡаралмағанлыҡтан, унда ҡыуаҡтар үҫә, емерек хәлгә килә.
Хәҙер инде унда бөтөнләй икенсе төрлө күренеш. Парк билгән ерҙәр сүп-сарҙан таҙартылды, ял итергә, йөрөргә иркен булып ҡалды. Һуҡмаҡтар, уңайлы эскәмйәләр бар.
Бында 60 фонарь киске ҡараңғылыҡта яҡтылыҡ һибә.
Балаларға уйнар өсөн сағыу биҙәлгән балалар майҙансығы булдырылған. Таусыҡтар, атынғыстар, карусель махсус өҫлөктә урынлаштырылған. Парк периметры буйынса 1680 метр оҙонлоҡтағы тротуар юлы һалынған. Унда сәләмәт тормош яратыусылар теләгән ваҡытта спорт менән шөғөлләнәсәктәр. Ә ҡыш көнө был юл яҡтыртылған саңғы юлы булып хеҙмәт итәсәк.
Хәүефһеҙлекте һаҡлау өсөн бында видеокүҙәтеү ҡуйылған.
Парк зонаһын төҙөкләндереү дауам итә. Был урын ял итеүселәрҙең яратҡан урынына әйләнәсәгенә шик юҡ.
Хәҙер иһә был ял паркына исем уйлап табырға кәрәк.
Хөрмәтле ауырғазылар! Һеҙ ниндәй исем тәҡдим итер инегеҙ? Үҙегеҙҙең вариантты Ауырғазы районы хакимиәтенең Бәйләнештәге битенә яҙып ебәрә алаһығыҙ: https://vk.com/wall-123620054_4531
Читайте нас: