Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Декабрь 2019, 18:38

Рәшит Назаров юбилейы үткән көндәргә тағы бер ҡайтып...

Рәшит Назаров юбилейы көндәрендә уҡыусылар шағирҙың әҫәрҙәрен тасуири һөйләне, уның ижадына битараф булмауҙарын күрһәтте

Эйе, ижад миҙгеле йәш сағына тура килеүенә, ҡыҫҡа ваҡытлы ғына булыуына ҡарамаҫтан, төплө, тәрән мәғәнәле, ҡайһылары кинәйәле шиғырҙарына ғашиҡ булмаҫҡа мөмкин түгел.
Шағирҙың ижадын өйрәнеп, эҙләнеп, йыйынтыҡ итеп туплауҙа ҙур эш башҡарған Риф Мифтахов бына нисек яҙа:
“Рәшит – тәбиғәт балаһы. Ул уны бөтә төҫтәрендә, һәр яңы үҙенсәлектәрендә күрә һәм ишетә белә, мең төрлө биҙәк-буяуҙарын, хис-тойғо нурҙарына төрөп, кеше күңелдәрендә ҡабыҙа, тормошҡа, йәшәүгә, бер-береңде һөйөүгә рухландыра. Донъяның һәр ҡыуағы, һәр тамсыһы – шағир йөрәгендә:
Ер ҡәҙерле миңә!
Унда үҫкән
Һәр бер ҡыуаҡ йәнгә һөйкөмлө.
Һәр бер сәскә минең йөрәгемә
Тамыр йәйеп торған шикелле...
Ана шуға ла уның әҫәрҙәренән хуш еҫтәре килә.
Р.Назаров, тыуған төйәгенең, иленең һоҡланғыс тәбиғәтен ҡәҙерләү һәм йырлау менән бергә, шул ер кешеләренең, яҡташтарының, ватандаштарының булмышы һәм яҙмышы менән йәшәй, шулар тураһында уйлана, борсола, уяу булырға саҡырып иҫкәртә. Бөтә донъя – ғәҙел йәмғиәт уға иртәнге көн булып тойола”.
Читайте нас: