Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Октябрь 2019, 20:06

Йәйге матур көндә Рәхмәтуллиндар нәҫеле осрашыу үткәрҙе

Ниғмәтулла менән Шәмсейыһан Рәхмәтуллиндарҙың бар биш ҡыҙының балалары, балаларының балалары, ейән-бүләсәләре быуындар сылбырын өҙмәй осрашты.

Ниғмәтулла менән Шәмсейыһан Рәхмәтуллиндарҙың бар биш ҡыҙының балалары, балаларының балалары, ейән-бүләсә-ләре быуындар сылбырын өҙмәй осрашты.
Ниғмәтулла олатай, оҙаҡ йылдарҙан һуң тыуған иленә ҡайтып, ошо аҡланда аунап, кәкүк саҡырыуын тыңлап көс-ғәйрәт йыйған. Был көндө лә, сәскәгә тулы урман аҡланы, кәкүктең шат саҡырыуынан, ҡош моңонан, балаларҙың шат тауышынан гөрләп торҙо.
Инде донъяны ҡалдырған ата-бабалар рухына, үҙ туғаныбыҙ Рәфис мулла ҡөръән аяттары уҡыны. Ата-олатайҙарыбыҙ тыныс ятһын. Улар нисек яратҡан, васыятлап ҡалдырған илебеҙҙе, беҙ ҙә шулай яратабыҙ.
Ана, балалар нисек ҡыуанып күбәләк ҡыуа, сәскә йыя, имәнгә үрмәләй. Улар ҙа һеҙҙең дауамығыҙ! Өлкәндәр ашыҡмай ғына һөйләшеп, был осрашыуҙың тарихилығын, быуындар бәйләнешенең мөһим-леген аңлап, инде туғанлыҡ ептәрен өҙмәй осрашып торорға һүҙ беркеттек.
Иҫәндәрҙең ҡәҙерен бел, тип, Ниғмәтулла менән Шәмсейыһандың ҡыҙы Фәриҙә апайҙың хәлен белдек. Уға 87, Ришат еҙнәбеҙгә - 91йәш, икеһе лә теремек, татыу ғына ҡарттарса келтерләп донъя көтә, балалары үҙҙәре инде олатай-өләсәйҙәр, бер ҡыйыҡ аҫтында улдары, килендәре йәшәй.
Талаҫтағы Мәҙинә апайыбыҙ ҙа иҫән, инде 92 йәште ваҡланы, балалары янында. Ғәлим еҙнә-беҙ менән 7 бала үҫтереп, тормош юлына сығарҙылар. Һәр береһе тик ҡыуаныслы хәбәр-ҙәре менән генә шатландыра.
Олатай-өләсәйебеҙҙең оло ҡыҙҙары Миңлебаныу әбейебеҙ, улы Хәмзә, ҡыҙы Хәйәт күптән гүр эйәләре. Улы Хәмит менән Миңһылыу еңгәбеҙ ҙә өлкәндәр - 82 йәштәләр. балалары гөрләтеп донъя көтәләр, үҙ белгәндәрен балаларына өйрәтеп, лайыҡлы алмаш тәрбиәләп, ата- әсәләренә ғорурлыҡ өҫтәйҙәр.
Шәһиҙә әбейебеҙ, улы Наил, килене Дания ла яҡты донъя менән күптән хушлашһалар ҙа, ейәне, ике ейәнсәре уларҙың рухын шатландыра.
Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған Фәрхийыһан Фәрхиямал булып китә. Тормош юлдашы Шамил менән биш бала үҫтерәләр. Үҙҙәре баҡыйлыҡҡа күсһәләр ҙә, иҫән дүрт ҡыҙы лайыҡлы алмаш.
Осрашыуға 35-тән артыҡ оло кеше, 11 бала-саға йыйылды. Киләһе йылда шәжәрәбеҙҙе лә төҙөп, тағы ла ҙурыраҡ составта осрашырбыҙ. Яңынан осрашҡанғаса, Ниғмәтулла менән Шәмсейыһан Рәхмәтуллиндарҙың быуыны! «Кә-күк»-ләп саҡырып көт беҙҙе, сәскәле урман аҡланы!
Фәрхийыһан(Фәрхиямал) РӘХМӘТУЛЛИНА,
Рима АЛСЫНБАЕВА.
Читайте нас: