Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Октябрь 2019, 20:01

Ниғмәтулла тыуған иленә, үҙ ғаиләһенә ҡайтты

Ниһайәт, ул үҙ илендә! Йәшел үләндәр ҙә күпереп үҙенә тарта.Ҡоласын ташлап, сәскәле хуш еҫле урман сәхрәһенә сума ул. Ана, яҡында ғына кәкүк тә: «Ҡайт-тың, ҡайт-тың, ҡайт-тың, ҡайт-тың»,- тип саҡыра.

Был йылдар дауамында ауылда Ниғмәтулланы онота ла төшәләр. Тик Шәмсейыһаны ғына алты йәшкә еткән, атайҙың кем икәнен дә белмәгән ҡыҙы Миңлебаныуын үҫтереп, өмөтөн өҙмәй.
Тормош бер кәртәгә инә: 1921 йылда икенсе ҡыҙҙары Шәһиҙә тыуа. Ҡыҙҙары өсөн шатлана Ниғмәтулла. Алыҫ Германияла ҡалған ҡыҙы нисек үҫә, уға ғына ата наҙы етмәй, тип хафаланып, усаҡ яҡтыһында фотоһын ҡарап ултырғанда, Шәмсейыһаны, ҡулынан тартып алып, асыуынан утҡа ырғыта: «Ул да минең ҡыҙым бит»,- тип кенә өлгөрә ул.
Йыл артынан йыл уҙа. Бер-бер артлы Фәрхийыһан, Мәҙинә һәм Фәриҙә донъяға киләләр.
Күкрәп эшләп, йәшәп ятҡанда, тағы тетрәү: Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Был ниндәй ҡәһәрле ҡуласа? Күҙ алдынан, йәшен йәшнәгәндәй, әсирлектә үткән алты йыл тормошо, йәшен ярсығында үҙе-нең немец ҡыҙы... Тағы, тағы ҡабатланамы? Ҡайҙа ташлар ҙа, ниндәй юғалтыуҙар кисерер?.. Ҡулға ҡорал алыр йәш кеше түгел инде Ниғмәтулла.
Ана, оло ҡыҙы Миңлебаныуҙың кейәүе Ғәйфулла һуғыш башланырҙан алда Алкинға әҙерлеккә алынды. Ҡыҙы өс балаһы менән ҡалды, улар нисек көн күрер? Шул китеүҙән хәбәрһеҙ юғала Ғәйфулла Хөсәйенов. Ҡыҙы-Миңлебаныуы өс бала менән 27 йәштә генә тол ҡала.
Икенсе йылына Ниғмәтулланы ла хеҙмәт армияһына алалар. Һуғыш тамамланғас, ҡайтырға сыҡҡанда, һыуыҡ тейеүҙән үлеп ҡала. Ауырлыҡтарҙы бергә бүлешкән ауылдашы Сәлмән Әбсәләмов уны Силәбелә ерләп, Сәмәнгә ҡайтып төшә.
Тормош ауырлыҡтарына һынмай, бөгөлмәй, балаларына әҙәп, әхлаҡ ҡағиҙәләре һеңдереп, тейешле тәрбиә биреп, ҡыҙҙарын бер-бер артлы фатихалап, тормош юлына сығара Шәмсейыһан. Миң-лебаныу, Шәһиҙә, Фәриҙә ҡыҙ-ҙары Сәмәндә, Мәҙинәһе күрше Талаҫ ауылында тамырлана, нигеҙ ҡора. Фәрхийыһаны ғына Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылына уҡытырға ебәрелгән ерендә төпләнә.
Фәрхийыһан(Фәрхиямал) РӘХМӘТУЛЛИНА,
Рима АЛСЫНБАЕВА.
Читайте нас: