Рух
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Октябрь 2019, 15:04

Ниғмәтулла алты йыл әсирлектә булған

Беренсе донъя һуғышы миллионлаған кешенең яҙмышын ут ғәрәсәтендә өйрөлтә. Ауыр алыштарҙың береһендә Ниғмәтулла, ҡамауҙа ҡалып, әсир төшә. Әсир һалдаттарҙы бай немецтарға тараталар.

Заман һәр көн ниндәйҙер үҙгәреш килтерә: асыштар, яңылыҡтар донъяны шаҡ ҡатыра. Барыбыҙ ҙа шул шауҡымда тормоштан артта ҡалмаҫҡа тырышабыҙ. Киләсәккә түгел, хатта иртәгәгә ҡоролған пландар ҙа таң атыуға иҫкерә, тағы тормошҡа яраҡлашырға тура килә. Ошондай ҡатмарлы ла, ҡыҙыҡлы ла дәүерҙә нисек үҙ-үҙлегеңде һаҡлап ҡалырға ла, тамыр-нәҫелеңде онотмаҫҡа, юғалтмаҫҡа? Туғандар ҙа сәбәпһеҙ генә бергә йыйыла алмай: ваҡыт етмәй. Нисек ошо хәлдән ҡотолорға ла, тормош өйөрмәһенән ысҡынып китеп, ҡышҡы оҙон кистәрҙә генә иҫкә алып ҡарап ултырған фотоһүрәттәге туғандар менән осрашырға?
Ошо фекер, ниһайәт, беҙҙең олатай-өләсәйебеҙ Ниғмәтулла менән Шәмсейыһан Рәхмәтуллиндарҙың йәшәгән, тамыр нығытҡан ерен ҡыҙҙарына, ейән-ейәнсәрҙәренә васыятлаған Сәмән ауылына йыйҙы.
Алты йыл сит ерҙә йәшәү
Киләсәккә ҙур пландар менән йәшәгән Ниғмәтулла олатабыҙ ауылдың һылыуы Шәмсейыһанға яусылап өйләнә. Матур тормош ҡороп ебәрә йәш ғаилә. Икеһен дә шатлыҡҡа күмеп, 1914 йылда ҡыҙҙары Миңлебаныу тыуа. Тик ҡыҙын танһығы ҡанғансы һөйөп тә өлгөрә алмай йәш ата. Герман һуғышы Ниғмәтулланың биленә һалдат ҡайышы һала. Биләүҙәге балаһынан, йәш ҡатынынан оҙаҡ алты йылға айырылырын белмәй әлегә ул.
Беренсе донъя һуғышы миллионлаған кешенең яҙмышын ут ғәрәсәтендә өйрөлтә. Ауыр алыштарҙың береһендә Ниғмәтулла, ҡамауҙа ҡалып, әсир төшә. Әсир һалдаттарҙы бай немецтарға тараталар.
Етеҙ, тилбер егет тиҙ арала немецтың бар ҡара эштәрен башҡарыу ғына түгел, магазинында ла үҙ кешегә әүерелә. Башта тегеһен-быныһын биреп тороп, тәртипкә килтереп йөрөй. Тора-бара, алты ай тигәндә, прилавка артына баҫып, бынамын тигән һатыусы булып китә. Иҫәп-хисап алып барырға ла маһирлығы асыҡлана. Тауар ҡайтартыу, уның өсөн хисаплашыу кеүек яуаплы эштәр ҙә әсир Ниғмәтуллаға төшә.
Бик ҡәнәғәт немец байы уны әсир итеп кенә түгел, ә йәш егет итеп тә күрә башлай. Буй еткән ҡыҙы өсөн бынамын тигән кейәү булыр ине, тигән уй немец байын ташламай. Бер ни тиклем ваҡыттан әсир егетте ҡыҙына өйләнергә күндерә ул. «Әсир һалдат бәйете»ндәгесә,
Шаршау элдем мин елгә
Елфер-елфер итергә.
Башым китте сит илгә
Белмим ни хәл итергә.
Ни эшләһен, әсир әсир инде, үҙ теләгәнен эшләй алмай шул. Ниғмәтулла менән йәш немец кәләшенең ҡыҙҙары тыуа. Шулай бер нисә йыл уҙа. Инде тәүҙәгесә һәр саҡ күҙ яҙлыҡтырмаҫ күҙә-теү, тикшереү юҡ, әммә башҡа ергә китеп, ирекле йөрөү ҙә эләкмәй.
«Селтәрле күпер аҫтынан йөҙөп һыу керһәң ине. Мин, яныйым, нурлы йөҙөң тағы бер күрһәң ине». Ошондайыраҡ бәйеттәр әйтеп, һөйгән йәш ҡатынын, тыуған илен һағынып, нисек тә ҡасырға, ҡайтырға тигән уй йөрөтә Ниғмәтулла, төн йоҡоһонан яҙа. Уйҙар, уйҙар... Ят ерҙе, сит тормошто үҙ итә алмай. Хатта немец ҡайныһының ҡыҙына (тимәк, Ниғмәтуллаға ла) бар мөлкәтен ҡалды-рыуы, ике ҡатлы таш өйөн бүләк итеүе лә Тыуған илгә, Миңлебаныу ҡыҙына, Шәмсейыһанына һөйөүен еңә алмай. Кәкүк саҡырыуы ла уға: «Ҡайт, ҡайт, ҡайт, ҡайт», - булып ишетелә…
“Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына” тигәндәй, йәйҙең йәмле бер көнөндә, ҡайныһы Ниғмәтулланы станцияға ниндәйҙер дуҫын ҡаршы алырға ебәрергә була. Шәп пар ат егеп, таш юлда келтерләп кенә юлға сыға. Ситлегенән сығырҙай булып, ярһып йөрәк ҡаға. Һуғышты, үҙенең «алтын» ситлектәге тормошон ҡәһәрләп, нисек тә хәҙер ыңғай форсатты ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тигән уйҙар станцияға уны елдереп еткерә. Аттарын билдәләнгән ергә ҡалдырып, станцияға төшә. Уйы инде нисек тә тикшереүсе патрулгә эләкмәй, вагонға ултырып ҡасыу. Күптән әҙерләнде ул: ни тиклем ҡул сәғәттәре йыйылған, кәләше, ҡыҙы менән төшкән фотоһы ҡәҙерләп төрөп түш кеҫәһенә һалынған. Өҫтә ҡыйып ҡарағыһыҙ бик шәп костюм, башта эшләпә...
Бына перрон башында патруль күренә, ҡылдай тартылған нервылар өҙөлөр сиккә етеп башта сыңлай. Ни эшләргә? Тотолһа... сәғәттәр, улар бит ике-өс кенә түгел... Юҡ, был мөмкинселек тағы ҡасан сығыр? Ҡотолорға, ҡотолорға сәғәттәрҙән... Ниғмәтулла боролошҡа ташлана, ике ҡулының да беләгенә тиклем тағылған сәғәттәрен нисек сисеп, нисек тапап ватыуын аңлата алмай. Кире перронға сығып баҫыуына, хәрби патруль эргәһенән уға иғтибар ҙа итмәй уҙып китә. Был хәлдән таң ҡалған Ниғмәтулла йәшен етеҙлегендә вагонға йүгереп менеүен һиҙмәй ҙә ҡала. Энә осонда ултырғандай барғанғалыр, кешеләрҙең ашыҡмай ғына үҙ урындарына урынлашыуы, поездың, нисектер, кемделер көтөп, етеҙ ҡуҙғалмауы оҙаҡлағандай тойола. Бик борсолоп контролерҙарҙың үтеүен көтә, ә улар хатта билетын да ҡарап тормай уҙа. Был ни? Һәр саҡ күҙәтеү, тикшереү үҙенекен итә шул... Юл буйы һалып тапалған сәғәттәр, атаһы тураһында башҡаса бер ни белмәйәсәк кескәй ҡыҙының йөҙө күҙ алдынан китмәй. «Ошонан да иҫән ҡайтһам, бәхетлемен, тип уйлармын…»
Бына шундай фажиғәләр менән тамамлана Ниғмәтулла өсөн Беренсе донъя һуғышы. Рәсәй был һуғыш ғәрәсәтендә иң ҙур ҡорбан килтергән ил: 1миллион 500 мең кеше һәләк була. Йәрәхәтләнгән, әсир төшкәндәр менән бергә 3 миллион 64 мең 200 кеше. Инде бер әсиргә булһа ла кәмене юғалтыуҙар һаны.
Фәрхийыһан(Фәрхиямал) РӘХМӘТУЛЛИНА,
Рима АЛСЫНБАЕВА.
(Дауамы бар).
Читайте нас: