Унынсы класта уҡып йөрөйбөҙ. Яңы йыл етеп килә, үткәрергә беҙҙең класс яуаплы. Репетициялар дәрестән һуң. Ул ваҡытта мәктәптә ашау-ашатыу тигән нәмә юҡ, алты-ете сәғәт уҡыйбыҙ. Малайҙар, егеттәр репетицияға ҡалмайҙар. Бәләкәй кластан бергә уҡығандары тыңлап ҡалһа ла, килеп ҡушылғандарға эйәреп ҡайтып китәләр. Иртән гардеробта дежурҙа торам. Ул гардероб әлеге ике музей араһында ине. Дәрескә ҡыңғырау сыңлағас,Зәлифәне саҡырып алдым да, егеттәрҙең ботинка бауҙарын бер-береһенә бәйләйбеҙ. Таңһылыу апа үтеп бара, үҙе һиҙеп бара. “Уңғанбикәләр, тороғоҙ әле, нимә ҡыйратаһығыҙ унда?” – ти. Хәлде ағара-күгәрә аңлатҡайным, ауыҙын ҡаплап көлдө лә: “Уны бит һуңғы тәнәфестә бәйләйҙәр, әле бит тәнәфес һайын бәҙрәфкә сабыулайһылары бар, кире сисегеҙ хәҙер”, - тип китте. Шул хәлдән һуң бер көн баян тотоп Вәкил Закирович, икенсе көнөн Ғәбит Мифтахович инә башланы. Ҡасыусы булманы. Бергә эшләй башлағас, шуны Таңһылыу Ғәлимйәновнаға һөйләгәйнем, һинең бер бәләкәй генә педагогик ысулың булған инде, тип көлдө.
Яҙға табан имтиханға әҙерлек консультациялары башланды. Апрелдә тракторҙан имтихан, төштән һуң график буйынса трактор йөрөтәбеҙ. Әхмәт Миҙхәтович бер егеткә бер ҡыҙҙы беркетеп ҡуйҙы. Ул яҡтан уңайлы: класта ун ике егет, ун ике ҡыҙ. ГТО нормаларын тапшырырға Вәкил Закирович төштән һуң саҡыра. Инде инша яҙыуҙы әйтергә лә түгел. Йылдар үткәс, Таңһылыу Ғәлимйәновна үҙенең бер класын сығарырға әҙерләнә. Әлеге тракторҙан имтихан. Уның әйткәне: “Ярай инде малайҙар, шул ҡыҙҙарҙы тракторға уҡытыу кәрәкме? Что за политика ул беҙҙең илдә? Имеш, ҡатын-ҡыҙ тракторҙа эшләһә, авариялар булмай, улар тәртипле, ҡарап ҡына йөрөтәләр. Шул да булдымы һөнәр? Өйрәтһендәр ине тегергә, бәйләргә йә бешеренергә”.
Ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорау менән анкета кеүек нәмә тултырттылар. Класс етәксебеҙ Сания апа икенсе көн барыбыҙҙы ла баҫтырып әрләне. Ниңә икәне билдәле инде. Сираттағы химия дәресе бөткәс, Таңһылыу апа өс ҡыҙға – миңә, Мәшүҙәгә, Венераға ҡалырға ҡушты. Өсөбөҙгә лә медучилищеға барып ҡарарға кәңәш бирҙе. Мин шунда уҡ: “Юҡ, мин культпросветҡа бейеү бүлегенә барам”, - тинем. “Һин әле дәртекәйеңде баҫып, саҡ тырыша башланың, Зәйтүнә апай унда һине вряд ли ебәрә”, - тине. Эстән генә торам инде, этан, метан, пропан, бутанды яттан белеү генә химиянан белгәнде аңлатамы ни инде, тип. Мәшүҙә генә медицинаны һайланы. Мине бейеү буйынса барырға өндәп тороусылар бар ине. Ул хыялда ғына ҡалды.
Биология дәресе бара. Әллә ниндәй ауыр тема аңлатып бөттө лә, һорауҙарығыҙбулмаһа, мин һорайым әле, тип: "Нәмә тип, суҡынышып индийский киноға сабышаһығыҙ ул? Ана Сергей Бондарчук, Евгений Матвеев киноларын ҡарағыҙ. Юғиһә, йәш түгеп, юҡ-бар ҡарайһығыҙ. Шулай түгелме ни, ҡыҙҙар? Егеттәр ауыҙ йырып, төртөшөп көлгән булды. Шунан ул актер һәм режиссер Сергей Бондарчук тураһында һөйләне.
Таңһылыу Ғәлимйәновна күп белде, сөнки күп уҡый ине. Һәр бер нәмәгә үҙенең ҡарашыбулды, айырым ғына, тәғәйен фекере бар ине. Тамуҡ, ожмах тигәнгә бөтөнләй ышанмай ине. “Ниндәй йән ти ул, ҡайҙан булһын ул. Йөрәк туҡтай, ҡан йөрөмәй, шуның менән вәссәләм. Гробыңа тығып һалып ҡуйғас, ул ниндәй ожмах булһын ти инде?” – тип әйтер ине.
“Ватан юлы” гәзитен тотоп алған да, беҙгә көлә-көлә һөйләй: “Ошонда ирҙәр ҡатындарын, ҡатындар ирҙәрен ҡотлай. Шуны һыу буйы маҡтағансы, эргәһенә генә ултырып, әйтеп ҡотлап булмаймы икән ни?”
Уның табанынан ут сәсрәтеп атлауҙары, ҡап-ҡара бөҙрә сәстәре, янып торған ҡара күҙҙәре,башын артҡа ташлап ихлас көлөүҙәре мәңгегә хәтергә һеңеп ҡалған. Хоҙай тәғәлә уға ораторлыҡ сифаттарын йәлләмәгән, телгә иҫ китмәле бай ине. Дәрестә үтә лә талапсан булды. Химия дәресен тәжрибә яһамайынса бер ҙә үткәрмәне. Матур итеп аҙналыҡтар, байрамдар, төрлө конференциялар уҙғара ине. Һанап бөтөү мөмкин дә түгел. Ата-әсәләр менән даими эшләне,барып, күреп, йөрөп торҙо. Үтә лә энергиялы шәхес булды ул. Уның үҙенең генә ҡулланған ҡыҙыҡ һүҙҙәре бар ине: яй уҡый торған уҡыусыға “сәждәгә китмә” тиер ине; аптыраған, ғәжәпләнгән саҡта “әстәғәфирулла тәүбә” ти торғайны. Берәйһе дөрөҫ кенә матур фекер әйтһә, “резонно” тип ҡуйыр ине. Ул баһаларҙы ҡыҙыҡ итеп, комментарий менән журналға ҡуя торғайны: “Бына һиңә һимеҙ генә өслө, һиңә бына сибек кенә дүртле ҡуйып торам”... Кабинеты, мәктәп баҡсаһы гел ялт итеп торҙо.
Таңһылыу Ғәлимйәновнаның сираттағы класының сығарылыш кисәһен уҙғарыштыҡ та, Миниса Ҡасимовна менән Киевҡа ун көнлөк туристик путевка алып ҡайттыҡ. “Сөгөлдөрҙөң икенсе ҡаты ла бар бит әле, уҡытыусылар асыуланырмы икән?” – тип һөйләнәм. Ул: “И-и-и, әле һиңә сөгөлдөр, үҙәгеңә үтер әле ул сөгөлдөр. Сөгөлдөрсө со стажем булып китерһең әле. Тапҡан аптырар нәмә, барып күреп ҡайтығыҙ шул”.
Ун көн Киевта йөрөп ҡайттыҡ, курсташым Фәғилә лә беҙҙең менән бергә барҙы. Шул тиклем тәьҫораттар шәп. Таңһылыу Ғәлимйәновна һорашҡанға: “Унда юҡ нәмә юҡ, бөтә методик китаптар, ул кейем, ул әйбер”, - тип һөйләйбеҙ. Ул тыңлап торҙо ла: “Асығауыҙланып, анда-а, тип һөйләп йөрөгөҙ тағы, бөтә империя шунда китеп торғас ни. Кит, әҙәм китап тейәп ҡайтамы инде,ул контур карталар бында юҡ инеме ни?” Ысынлап та һикһәненсе йылдар башында Киев магазиндары беҙҙең әлеге замандағы кеүек ине, шаҡ ҡатырлыҡ. Тарих китаптары ла алырға булған да бит, кем белгән донъяларҙың былай булырын.
Таңһылыу Ғәлимйәновна менән йәйәүләп әлеге шул сөгөлдөрҙән ҡайтып киләбеҙ. “Миңә әле Сәлихкә барып, бәрәңге утайһы бар, Гөлсөм әбей күршеһенә сәскәйнек, еребеҙ алама бит, үҫтереп булмай”, - тим. “Кит инде, ҡайныңдың унда гектар баҡсаһы, ике тоҡ ҡына бәрәңге арттыра алмайҙармы ни? Ерегеҙ тиреҫ түгә-түгә рәтләнә ул. Ярай, өйөгөҙ алама кеше нигеҙендә түгел бит, көллөк кенә бүстәк”, - ти.
Пенсия йәшенә еткәс, килгән килендәргә кабинетын да,дәрестәрен дә бирҙе. Үҙе ике йыл география, тарих кеүек предметтарҙы аҙ ғына алып уҡытып йөрөнө.