Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Сентябрь 2019, 01:15

Таңһылыу апайҙың әйткәне...

Таңһылыу Ғәлимйән ҡыҙы Моталлапованың яҡты иҫтәлегенә бағышлайым (Гөлзәйнәп НАФИҠОВА)

Таңһылыу Ғәлимйән ҡыҙы Моталлапованың яҡты иҫтәлегенә бағышлайым
...Күпме кеше мине ҡәҙерләне,
Мин үҙемде үҙем йәберләнем,
Үҙ ҡәҙеремде үҙембелмәнем.
(Рауил Бикбаев).
Уның вафатына быйыл мартта егерме йыл булды. Әле лә хәтерҙә: уны ерләгәндә, әсе һыуыҡ ел, ҡар ҡатыш ямғыр бәреп яуа ине, тышта сыҙап торорлоҡ түгел. Бер төркөм уҡытыусылар йыйылышып, уҡытыусылар бүлмәһендә табутын уратып ҡара таҫмалар тегеп сыҡтыҡ, венок әҙерләнек. Бер кем дә һүҙ ҡушмай, өнһөҙ генә үҙ эшебеҙҙе башҡарабыҙ. Бер нисәүебеҙ – уның уҡыусылары. Әле уға алтмыш өсөнсө генә йәш. Өйҙәренә хушлашырға индек, һуңғы тапҡыр күреп ҡалырға. Аяуһыҙ сир алты-ете йәшлек бала хәтлем генә ҡалдырған. Ҡәбер әҙер булыуын әйткәс, үҙенең уҡыусылары табутты күтәреп алып сыҡты. Ишек алдында хушлашыу һүҙҙәре әйтелде. Бөтөн ауыл хушлашырға килгән. ..
- Эй, Таңһылыу, һиңәме һуң үлеп ятырға?...
- Үҙеңде үҙең бигерәк бөтөрҙөң шул...
- Алтмыш ике йәш – йәшме ни инде...
Машиналар ҡуҙғалып киткәс, һәр оҙатыусы үҙ фекерен иңрәй-иңрәй шулай һөйләне.
...Бер мең туғыҙ йөҙ алтмыш туғыҙынсы йыл. Төрөмбәт ауылында матур мәктәп һалынып бөткән. Әммә яңы уҡыу йылына әҙер түгел. Йәйге каникул ваҡыты. Беҙҙе иҙән, стеналарҙы известан йыуып таҙартырға саҡырҙылар. Ҡапыл ғына мәктәптә директор алмашынды.
Минияр абый Хәсәнов бөтөнләйгә китте лә, урынына яңы директор итеп Ғәбит Мифтах улы Моталлаповты ебәрҙеләр. Мәктәп һалынып бөтһә лә, эше күп ине, бөтөн мәшәҡәттәрҙе уға дауам итергә ҡалды. Ҡасан ғаиләһен алып килер икән тип көтәбеҙ, уйыбыҙ шул. Ниһайәт, август урталары етте. Ырҙын табағында (токта) эшләп йөрөй инек, мәктәпкә биҙрәләр менән килергә ҡуштылар. Элек “эй-мей” юҡ бит инде, бөтөн эшкәлә сабабыҙ. Уҡытыусылар,өлкән кластар шлак тейәй, беҙгә таҡта баҫҡыс буйлап уны түбәгә мендерергә ҡушылды.
Шунда,тейәүселәр араһында, еңелсә генә, ҡыҙылдан кейенгән, ҡап-ҡара бөҙрә сәсле, яланбаш, сибәр ят уҡытыусы күҙгә салынды. Яҡыныраҡ барып иҫәнләшкәйнек, башҡортсалап яуапланы. Ғәбит ағай тәүге мәлдә татарса һөйләшә ине. Ире лә, үҙе лә сибәрҙәр, тибеҙ. Матур пар булып, бөтөн ауырлыҡты иңдәренә йөкмәргә тип, һыуһыҙ,юлһыҙ Төрөмбәт еренә юғары белемле уҡытыусылар шулай аяҡ баҫты. Таңһылыу апа менән беренсе танышыу шунда булды. (мин әле уларҙы апа, абый, тип, шул саҡтағыса атаясаҡмын).
Мәктәп беренсе сентябргә өлгөрмәне. Беҙҙе, етенсе класты,бәләкәйҙәр рәтенән, төштән һуң уҡырға ҡалдырҙылар. Тыныс, үҙаллы һәм аҙһығыҙ, тинеләр. Беҙҙең дәрестәр бөткәнсе ҡараңғы төшә яҙа.
Таңһылыу апа беҙҙе биологиянан уҡыта. Дәресе иҫ киткес мауыҡтырғыс, матур итеп аңлата, плакаттар элеп ҡуя. Уның етеҙлегенә ҡарап, аңшайған ерҙән терелеп китәбеҙ. Дәрестәрен һағынып көтөп ала башланыҡ. Тәүге дәрестәре шулай иҫтә ҡалған.
Бөтә кабинет та бар ине. Тәнәфескә сығырға кнопкаға баҫып ҡыңғырау шылтыратһалар, дерт итеп китәбеҙ. Беҙҙе мәктәп ҡағиҙәләренә өйрәтәләр: класта иҙән йыуырға, аяҡ кейемен алмаштырырға, гардеробта дежур булырға, класлап дежурлыҡ ойошторорға, линейкаға теҙелергә. Былар беҙгә яңылыҡ ине, иҫке мәктәптә улар юҡ ине. Аҙаҡ Ғәбит Мифтахович интернат һалдырҙы, һуңынан уны мәктәп менән тоташтырҙы. Бигерәк тә ҙур эштәр башҡарылған.
Яҙ етте. Мәктәп тирә-яғында эштең күплеге. Төҙөлөштән ҡалған бөтөн сүп-сарҙарҙы таҙартыу, уны ташып түгеү – әйтеүе генә анһат. Бер ағас,бер ихата юҡ. Ҡайын, акация, сирень ултыртып, тирә-яғын йәшелләндерҙек. Таңһылыу апа эштең уртаһына егелде. Улар икеһе лә мәктәптән ҡайтмай эшләне. Өйҙәрен ҡарарға ваҡыттары булдымы икән? Ярай уның бер туған ҡустыһы Ринат ошонда йәшәне, уҡыны. Балалары Алһыу менән Айҙар ҙа бәләкәйҙән үк шунда булдылар. Таңһылыу апа мәктәп тирә-яғына күп йыллыҡ сәскәләр ҙә ултыртты. Төньяҡ баҡсала ҡарағаттар күп ине, шуны яңынан рәт-рәт итеп матурланылар. Һыу юҡ бит инде, эсергә лә йәһәннәмгә барырға кәрәк. Яңы килгән йәш уҡытыусылар ҙа көйәнтәләп һыу ташырға өйрәнде.
Кабинеттар матурланды. Мәктәп гөрләп эшләй, түңәрәктәргә яҙылдыҡ. Ҡаҙморон, Күккәзә, Хөсәйен, Ҡаҙырғолдан да балалар килеп, фатирҙарҙа тороп уҡый башланы. Шул осорҙа өс йөҙләп бала уҡыған тип һанайҙар ине.
(Дауамы бар).
Читайте нас: