Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Сентябрь 2019, 15:48

Ауырғазы ирекмәндәре район халҡына айыҡлыҡ темаһына һорауҙар бирҙе

Ирекмәндәр, Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусылары, Талбазы ауылында йәшәүселәргә Айыҡлыҡ көнөнә бағышланған һорауҙар бирҙе. Был сара насар ғәҙәттәргә әүҙем ҡаршы тороуға йүнәлтелгән.

Акцияларҙа ҡатнашыу Ауырғазы ирекмәндәре өсөн мөһим традицияға әйләнде. Балаларҙың фекеренсә, өлкәндәр сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға ынтылырға тейеш. Улар балалары өсөн өлгө булып тора, ти ирекмәндәр отряды етәксеһе Дилара Мөхәмәтшина.
Яуаптарҙы һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
- “Ниндәй көндә Айыҡлыҡ көнө билдәләнелә?” тигән һорауға ҡатнашыусыларҙың 75% -ы “Белмәйем”,тип яуапланы. Тик 23% ҡына был көн тураһында белә. 2% Айыҡлыҡ көнө тип бүтән даталарҙы атаны.
- Һорауға яуап биреүселәрҙең 89%-ы магазиндарҙа байрам көндәрендә иҫерткес эсемлектәр һатылмауға ыңғай ҡарауын белдерҙе, 6%-ы кире ҡарашта, 5% битараф.
- “Әгәр магазиндарҙа шәмбе көндәрҙә иҫерткес эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйыусы законға ҡул ҡуйһалар, һеҙ риза булыр инегеҙме?" тигән һорауға 77% “Эйе”,тип яуап ҡайтарҙы, 19% ҡаршы, 4% комментарийҙар бирҙе.
- Һорауға яуап биреүселәр иҫерткес эсемлек ҡулланыусыларға (24%) һәм ҡулланмаусыларға (58%) бүленә. Был һандар, 2017 йылдағы һорау алыу менән сағыштырғанда, ыңғай динамиканы күрһәтә. Әммә 18%-ы тыуған көн, Яңы йыл кеүек байрамдар айҡанлы алкоголдән баш тартмауын белдерҙе.
Әллә Яңы йыл һәм ҡышҡы оҙон ялдарҙы райондың айыҡ көндәре тип иғлан итергәме икән, тигән тәҡдим тыуҙы.
- “Нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн кешеләр иҫерткес эсемлектәр ҡуллана?” тигән һорауға яуаптар бер төрлөрәк процент күрһәткестәренә бүленде
А) уйлағаным юҡ – 21%
Б) стресс – 14%
В) эшһеҙлектән – 28 %
Г) көсөргәнешлелектән арыныу, ял итеү өсөн – 26%
Д) төрлө хәл була – 11%
Насар ғәҙәттәрҙән арыныу, физкультура, спорт менән мауығыу, дөрөҫ туҡланыу – беҙҙең замандың төп билдәләре. Шуларҙың береһе – айыҡ тормош рәүеше.
Район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса бүлек материалы буйынса.
Читайте нас: