Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Май 2019, 02:00

Еңеү байрамы - 9 Май һәм атайым тураһында

Беҙҙең ауылда һуғыш ветерандары юҡ инде. Фронтҡа ылау-ылау булып тейәлешеп китһәләр, биш йыл барған һуғыштан һуң киткәндәрҙең яртыһы ла әйләнеп ҡайтмаған.

Беҙҙең ауылда һуғыш ветерандары юҡ инде. Фронтҡа ылау-ылау булып тейәлешеп китһәләр, биш йыл барған һуғыштан һуң киткәндәрҙең яртыһы ла әйләнеп ҡайтмаған.

Улар араһында ҡартатайым Ғәҙелмөхәммәт, бабайым Мансур ҙа бар. Улар тыуған илебеҙ, ерҙәребеҙ өсөн яу яланында ятып ҡалған. Мәңгелек дан һеҙгә! Йәндәре күктә йондоҙ булып яналыр. Беҙгә, һуғыштан һуң тыуғандарға, әле 70-72 йәштәр булып, ул ваҡыттарҙы күрмәһәк тә, ваҡиғалар беҙҙең дә йөрәк аша үтте. Атайымдың һөйләгәндәрен тыңлап, кино-китаптар аша беҙгә бик таныш булды. Ул йылдарҙы ла, ул юлдарҙы ла беҙ ҙә үткәндәй инек.

Һуғыштан ҡайтыусылар аяҡһыҙ, йә ҡулһыҙ, күҙһеҙ инеләр. Ғәрипмен тип береһе лә өйҙә ятманы. Ағас аяҡта, һыңар ҡуллы килеш тә колхоз эшендә булдылар. Күкрәк тултырып орден-миҙалдарын тағып урамда ла күренмәнеләр. Ул бүләктәрҙең ни тиклем ҙур дәрәжә икәнен уйлап та ҡарамағандарҙыр! Уларҙың бөтә теләктәре дошманды тиҙерәк еңеп,һуғышты туҡтатыу булды. Йәндәрен аямай, бар булған көс-нәфрәттәрен туплап, ҡурҡыуҙарын баҫып, биш йыл буйы үлем күҙенә ҡарап, түҙемлек, батырлыҡ күрһәткәндәр. Саф йөрәкле атайҙарыбыҙ үҙҙәренең дәрәжәләрен дә күтәрә белмәне, ә бит һуғыштан бәләкәйме, ҙурмы, командир булып ҡайттылар.
16 йәштән - фронт юлында
Атайым 16 йәшенән, үҫмер килеш, яу яландарын үтеп, күп ғазаптар, тетрәнеүҙәр кисергән. Уның кеүектәр эске донъялары, донъяға ҡараштары менән оло ир-уҙамандар булып ҡайттылар. Уларҙың уҡыуҙары ла бүленгән, йәшлектәре лә булмаған, һөйөр-һөйөлөр саҡтары мәхшәр эсендә үткән. Һуғышта булып ҡайтҡан кешеләр айырылып тора, нисектер саф та, кеше-лекле, ябай ҙа һәм ҡатмарлылар ҙа. Беҙ-ҙең атайыбыҙ Миңлеғәли Гөбәйҙуллин (рәсемдә) һуғыш бөтөп бер йыл үткәс кенә ҡайта, ул госпиталдә була. Яуҙа 945-се уҡсылар батальоны миномет расчетының командиры була. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике Ватан һуғышы, өс Дан ордены, «Батырлыҡ өсөн» һәм башҡа миҙалдары бар ине. Уның йылғылар һуғыштың һуңында алынып, алғы позицияларға эләкмәйҙәр. Улар күберәк азат ителгән ҡалаларҙа, илдәрҙә тәртип һағында була. Атайым мәктәпте тиҫтерҙәренән ике йыл алда тамамлай. Һәйбәт уҡығас, ике тапҡыр алдағы класҡа күсерҙеләр, ти ине. Стәрлетамаҡҡа ФЗО-ға инер өсөн документында йәшен ике йылға ҙурайтып алалар, шуның буйынса һуғыштың тәүге көндәренән үк армияға алына. Йүнләп русса ла белмәгән ауыл малайы командир булып, орден-миҙалдар менән бүләкләнеп, бер нисә мәртәбә яраланып, тағы үҙ часына ҡушылып, Польшаны үткәс, ҡаты яралана. Үлгәндәрҙе йыйып килтереп күмгән ваҡытта бер һалдат атайымдың бармаҡтары ҡыбырҙағанын күреп ҡала, шул билдәһеҙ һалдат ҡәҙерлебеҙгә ғүмер бүләк итә. Тик Берлинға барып етә алмауына үкенде, бер генә аҙым ҡалған ине, тип әйтер ине.
Хәрби булыу хыялы

тормошҡа ашмаған
Госпиталдә ятҡанда хәрби йүнәлештә уҡырға инергә документтары ла әҙер була. Колхоз етәкселеге атайымды ҡайтарыуҙарын һорап, запрос ебәрә. Ауылдан да туғандарының ҡараусыһыҙ, йәтим икәнлектәрен белдереп хат килә, ҡайтыуын үтенәләр. Тормошон хәрби эш менән бәйләү теләге шулай итеп тормошҡа ашмай, ул ҡайтырға ҡарар итә.

Бәләкәй, ябыҡ ҡына малай булып, аяҡтарын саҡ өҫтөрәп, һыңар ҡулын һелтәп ҡайтып инә. Етмәһә, бер күҙе генә күргәс, ҡырыныраҡ ҡарап тора. Мөйәсәр әбейе улы Камилды һалдатты сәй эсергә саҡырырға ебәрә. Ул өйгә инә, бер кем дә юҡ. Урамда бер малайҙы күрһә лә, берәй туғандарының балаһы килгәндер, тип уйлай ҙа ҡайтып китә. Миңлеғәле ағай өйҙә юҡ, утынлыҡта бер малай ғына ултыра, тип ҡайтып әйтә. Шул бит инде ул ағайың, тип кире йүгертә әсәһе.

Атайымды бик бәләкәй сағымдан хәтерләйем. Миңә ике йәштәр тирәһе, ул һалдат кейемендә, тирә-яҡ ауылдарҙан килгән ағайҙар, ауылдың ир-егеттәре менән күнекмәләр үткәрә. Урам буш, бер кем дә сыҡмай, кәртә аша ғына ҡарап торалар. Мин дә ҡапҡа аша ғына күҙәтәм. Атайым команда биреп йүгертә, стройҙа йөрөйҙәр, ағас мылтыҡтар менән тотоп, ҡорал менән нисек ҡулланырға кәрәклеген өйрәнәләр. Хас гарнизон инде. Шундай уйындарҙы һәр ерҙә ойошторғандар. Был бер нисә йыл дауам итте. Шундай күнекмәләрҙән һуң матур, мөһабәт кеше булып ҡайтып инер ине. Мин ятһынып та тора инем. Мине күтәреп ала ла, әллә ҡурҡты инде, тип рәхәтләнеп көлөр ине. Ниндәй генә ваҡыты булмаһын, ул һәр саҡ ысын атай булды, һәр саҡ барыбыҙ тураһында ла хәстәрлек күрҙе. Ғүмер буйы бухгалтерияла эшләне, иртән китә, кис ҡайта, ял алғанын да хәтерләмәйем.
Еңеү байрамы - күҙ йәштәре аша
Атайым әҙерәк эсеү менән мауыҡты. Шул арҡала ауыр хәлгә ҡалғанда, мин генә ғаиләле инем. Шуға ул миңә килер ине. Уны ҡәҙерләргә тырыштым: ашаттым, ваннаға һыу әҙерләп бирҙем, түрҙә ултырттым. Ҡайһы саҡ алама ғәҙәтенә асыуланһам да, теләгенә ҡаршы килмәнем.

Һуңғы килгәнендә бер нәмә лә һораманы. Ҡабат эсеүҙе ауыҙына ла алмаясағын әйтте. «Дауаханала ятып сығам, һуңынан мулла булам. Хәтерем яҡшы, балам. Доғаларҙы ла тиҙ өйрәнермен, күңелем шулай ҡуша», - тине. Мин, йәшлегем менәндерме, уның сире көсәйеүен һиҙмәнем. һуңғы күреүем икәне башыма ла килмәне. Атайым Стәрлетамаҡ дауаханаһына ятты. Ялымда уны күрергә барҙым. Төшкөлөккә тура килдем. Регистратурала, 9 Майға ул сыҡты, тинеләр. Мин шатланып атайым йәшәгән ергә киттем. Бер апай мине атайыма оҡшатып, яныма сыҡҡан. «Миңлеғәле интенсив терапияла бит, уны күсерҙеләр. Әле генә сыҡмаҫ әле, кискә барырһың», - тине. Тик поездан тороп ҡалмаҫ өсөн, мин һуңынан килеп күрермен тип ҡайтып киттем. Был минең ғүмерем буйы үкенесем, йөрәгемдәге төҙәлмәҫ шешем булып ҡалды.

Атайым Еңеү көнөнән башҡаһын байрам тип тә иҫәпләмәне. Ул уның өсөн башҡа бер хис, рух күтәренкелеге, шатлыҡ, ғорурлыҡ, тағы ла йөрәкте әрнеткән көн булды. Хәҙер беҙҙең өсөн атайымдың ҡәҙерле бер ядкәре булып ҡалды Еңеү көнө, күҙ йәштәре аша ҡәҙерле байрам тантанаһы ул.

Миңзилә БӘҘҒЕТДИНОВА,
Үтәймулла ауылы.
Читайте нас: