Рух
+3 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Март 2019, 02:00

Күңел һалһаң, эшеңдең шатлығы ла ҙур

Медицинала осраҡлы кешеләр юҡтыр ул. Ауырыуҙарҙы дауалау, мохтаж кешегә кәрәкле медицина ярҙамын күрһәтеү, мөмкин тиклем күберәк кешене дауалау хаҡында хыял медицина йүнәлешендәге уҡыу йортон һайларға этәргес көс була. Бөгөнгө геройыбыҙ - үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы терапевы Лилиә Сафа ҡыҙы Килмөхәмәтова.

Бөгөнгө геройыбыҙ - үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы терапевы Лилиә Сафа ҡыҙы Килмөхәмәтова. Ул үҙенең был юлды һайлауын мәктәптә уҡығанда химия һәм биология уҡытыусыһының үҙ предметына һөйөү уята алыуына, дәрестәрен шундай ҙа ҡыҙыҡлы итеп алып барыуына бәйләй. Әбйәлил районы Атауҙы ауылы ҡыҙы Лилиә, мәктәпте тамамлап, бер йыл ауылда эшләгәндән һуң, Өфөләге медицина институтына имтихандарын тик «бишле» гә тапшырып, уҡырға инә.
- Медицинаны һайламаһам, мин уҡытыусы булыр инем, - ти Лилиә Сафа ҡыҙы. - Беҙҙең нәҫелдә уҡытыусылар күп. Тик атайымдың артабан уҡыу мөмкинлеге булмаған. Ул мәктәптә яҡшы уҡыһа ла, атаһы йәшләй мәрхүм булғас, ауылдан китмәй. Ә инде беҙҙе уҡытырға тырыштылар.
Шул ваҡытта табиптың кеҫә телефоны шылтыраны. Әсәһенең бөгөн матур ғүмер байрамы - 80 йәше икән. Ғәзизенә ҡотлау һүҙҙәрен еткергәс, туғандарым йыйылған, ти ул, йылмайып.
1990 йылдың авгусында ире, Мостафа ауылы егете Ирек һәм йәш ярымлыҡ улдары Вадим менән дипломлы белгес Ауырғазы районына эшкә ҡайта. Район дауаханаһында интернатура үтә, ә ауыл хужалығы институтын тамамлаған Ирек Яппар улы «Родина» колхозында зоотехник булып эшләй. Бер йылдан Лилиә Сафа ҡыҙы ла Терәпә участок дауаханаһына эшкә тотона.
1994 йылда ғаиләһе менән Талбазыға күсә, үҙәк дауаханала үҫмерҙәр табибы булып бер нисә йыл эшләгәс, терапевт булараҡ хеҙмәт юлын дауам итә. Был ваҡытта инде Айрат исемле улдары ла тыуған була. Ирек Яппар улы милицияла эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Талбазыла матур итеп йорт төҙөйҙәр, улдарына яҡшы тәрбиә бирергә тырышалар. Вадим менән Айрат инде юғары белемле инженерҙар, береһе Өфөлә, икенсеһе Санкт-Петербургта. Икеһе лә ғаилә ҡорған.
Лилиә Килмөхәмәтова инде һәр кемгә билдәле участка терапевы. Үҙенә беркетелгән Таштамаҡ ауыл советы биләмәһендәге ауылдарға сығып, урындағы халыҡты ла ҡабул итә. Үҙ эшен яҡшы белгән табиптың хеҙмәте лайыҡлы баһаланған: “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған, бихисап Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Әле дауахана хакимиәте, коллективы уны «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы табибы - участок терапевты» конкурсында ҡатнашырға тәҡдим иткән. Сөнки дөйөм демографик хәл борсоулы булһа ла, Лилиә Сафа ҡыҙының участогы һандар күрһәткесе буйынса республика буйынса яҡшыларҙан һанала.
Ҡайһылыр берәй еребеҙ ауыртһа, беҙ иң тәүҙә терапевҡа мөрәжәғәт итәбеҙ. Ауырыуҙарҙы иғтибар менән тыңлау, ентекле тикшереү, дөрөҫ диагноз ҡуйыу һәм дауалау врачтарҙан үҙ эшеңдең оҫтаһы булыуҙы талап итә. Лилиә Сафа ҡыҙы ла яҡты йөҙө, яҡшы һүҙе менән ауырыуҙарҙың тәнен генә түгел, йәнен дә дауалай. «Бөгөнгө тынғыһыҙ заманда төрлө сирҙәр ҙә арта, йәшәрә. Инфаркт, инсульт, шәкәр диабеты, остеопороз сирҙәренең артыуы хәүефле. Һәр кемдең сәләмәтлеге тәү сиратта үҙенән, йәшәү рәүешенән тора», - ти ул.
- Ҡатын-ҡыҙ бәхетен нимәлә күрәһегеҙ? - тигән һорау бирәм.
- Нисек кенә булмаһын, ҡатын-ҡыҙ иң беренсе сиратта өйҙә балалар үҫтереү, уларҙы яҡшы итеп тәрбиәләү менән шөғөлләнергә тейеш, ти уйлайым мин. Ғаилә усағының тыныслығы, бәрәкәте ҡатын-ҡыҙҙан тора. Хоҙайға шөкөр, ирем менән татыу йәшәнек. Балаларыбыҙ мәктәптә уҡығанда ла, әлеге көндә лә йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне, ихтирам итә беләләр, иғтибарлылар. Ирек тә ишле ғаиләнән. Ҡәйнәм Хөснигөл Шәйхетдин ҡыҙы 38 йәшендә генә тол ҡалып, өс ҡыҙына, ике улына яҡшы тәрбиә бирә алған, уҡытҡан. Аҡыллы, төплө балалар үҫтергән.15 йыл тигәндәй ҡәйнәһен тәрбиәләне. Ул миңә лә һәр саҡ яҡшы мөнәсәбәттә, иремдең туғандары ла яҡшы, бер туғандарылай күрәләр. Ике операция үткәрҙем, һәр саҡ янымда булдылар, ярҙам иттеләр. Эшемде яратам, барлыҡ күңелемде бирәм - бына шуларҙан торалыр инде бәхет. Тирә-яғымдағылар сәләмәт булһын.
Кешеләрҙең ризалығын һәм рәхмәтен алып йәшәгәнгә күрә, Килмөхәмәтовтарҙың тормошо түңәрәк, эштәре уң.
Төп эшен йәмәғәт эштәре менән дә аралаштырырға өлгөрә аҡ халатлы ханым. Райондың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары советы, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе, район ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы булып тора.
- Һаулығыбыҙ үҙебеҙҙең ҡулда икәнен иҫтә тотоп, һәр нәмәгә оптимистик ҡарашта булыу, сәләмәт тормош рәүеше алып барыу милләтебеҙҙе һаҡлап ҡалыуҙың нигеҙҙәре булып торалыр, тигән фекерҙәмен. Иҫән-һау булайыҡ, һәр яҡты көнгә шатланып, яҡшылыҡҡа ынтылып йәшәйек. - ти изгелектең кешегә тик яҡшылыҡ килтереүенә инанған табип.
Читайте нас: