Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Март 2019, 02:00

Төп мәсьәләләр күтәрелде

Талбазы башҡорт гимназияһында Ауырғазы районы башҡорттары ҡоролтайы үтте. Гимназияның беренсе ҡатында Талбазы ауылынан уҡыыусыларҙың Зәки Нагаев етәкселегендә балсыҡтан эшләгән изделилары күргәҙмәһе, икенсе ҡатта Төрөмбәттән Гөлфиә Ханнанованың үҙенсәлекле ижади эштәренән күргәҙмә ойошторолдо.

Сарала район хакимиәте башлығы Зөфәр Иҙрисов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппаратының баш белгесе Рәйсә Күзбәкова, шағирә Лариса Абдуллина, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәүзиә Юламанова, мәғариф бүлеге начальнигы Рөстәм Ғиләзетдинов ҡатнашты. 58 делегат килде.
Фәүзиә Ғәли ҡыҙы райондың социаль һәм иҡтисади хәл-торошо менән таныштырҙы.

Сығыш яһаусылар ауылдарҙа башҡарылған эштәр тураһында һөйләне, төрлө проблемаларҙы күтәрҙе. Төрөмбәт ауылы китапханасыһы Рәсилә Юлмөхәмәтова матбуғатҡа яҙылыу, китапхана эше, Рәшит Назаровтың тыуыуына 75 йыл тулыу буйынса саралар үтәсәге тураһында тураһында әйтеп үтһә, Талбазы лицейының башҡорт теле уҡытыусыһы Айһылыу Ғүмәрова башҡорт теле дәрестәренең кәмеүе тураһында һөйләне. Райондың 30 проценттан артығыраҡ уҡыусыһы ғына башҡорт телен өйрәнә. Үҙәк район дауаханаһы терапевы Лилиә Килмөхәмәтова дөмография хәле менән таныштырҙы һәм замана сирҙәре булараҡ юғары баҫым, инсульт, инфаркт, шәкәр диабеты сирҙәренең артыуын, сәләмәт тормошҡа нығыраҡ иғтибар бирергә кәрәклеген билдәләне. Үтәймулланан хаҡлы ялдағы уҡытыусы Тимербәк Ғәлимов ауылда үҙҙәре ойошторған тәбиғәтте һаҡлау, төҙөкләндереү һәм шәжәрә байрамдарын үткәреү эштәре тураһында һәм ауылда асфальт юҡлығы, мәҙәниәт йортоноң тәҙрәләре, иҙәндәре алмаштырыу кәрәклегенә баҫым яһаны.

Өфөнән килгән ҡунаҡтар Рәйсә Күзбәкова һәм Лариса Абдуллина сығыштарында телгә битараф булмаҫҡа, йәштәрҙе милли мәҙәниәт, әҙәбиәт аша тәрбиәләү мөһимлегенә күберәк иғтибар бирелергә тейешлеген әйтте. Рәйсә Абдрахман ҡыҙы башҡорт телен уҡытыу процентының районда әҙ булыуына ишара яһаны. Быйыл апрелдә үтәсәк 1-се Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезына делегаттар һайларға тәҡдим итте. Лариса Хашим ҡыҙы булған проблемаларҙы күрһәтергә, халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәре тураһында балаларҙың, йәштәрҙең күберәк белергә тейешлеген билдәләне. Сит илдәрҙә Зәки Вәлиди һәм Салауат Юлаев аша башҡорттарҙы белеүҙәрен, хөрмәт менән ҡарауҙарын үҙендә тойоп, ғорурланып йөрөүен әйтеп китте.
Район хакимиәте башлығы Зөфәр Йәүҙәт улы күтәрелгән проблемаларҙы иғтибарға алды, быйыл Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүгә 100 йыл тулыу һәм Рәшит Назаровтың юбилейы айҡанлы саралар тейешле кимәлдә үтәсәгенә ышандырҙы.

Июндә Өфөлә үтәсәк Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайланды.

Ҡоролтай эше буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде. Һуңынан гимназия уҡыусылары һәм район мәҙәниәт һарайының “Шатлыҡ” өлгөлө хореографик ансамбле тәрбиәләнеүселәре көсө менән әҙерләнгән концерт номерҙары күрһәтелде.

Рәүилә БАРДЫБАЕВА.


Читайте нас: