Рух
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Декабрь 2018, 02:00

Мәсет асылды

Түрһәгәҙе ауылында тәүгә иман йорто - мәсет асылды

Ауыл халҡы был көндө күптән көттө. Мәсеткә нигеҙ 2007 йылда һалынған. Бинаһы төҙөлһә лә, бер ни тиклем ваҡытҡа эштәр туҡталып тора.
Ниһайәт, ауылдаштарҙың, битараф булмаған кешеләрҙең ярҙамы менән ул бөгөн ишектәрен асты.
Ауылда мәсет төҙөү уйы менән Марат Баязит улы Ишемғолов башлап сыҡҡан. Ул үҙе лә ярҙам күрһәтеп өлгөргән. Түрһәгәҙе ауылынан Зөфәр Ҡаһиров, Рафаэль Раянов, Талбазынан эшҡыуар Алмаз Медведев аҡсалата ярҙам итә. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ урман хужалығы начальнигы Вәзир Сәғәҙиевҡа ла рәхмәтле халыҡ. Ауылдың битараф булмаған ир-егеттәре лә төрлө эштәрҙе башҡарыуҙа ихлас ҡатнашалар.
Мәсетте асыу өсөн Ринат Юнысов әүҙем эшмәкәрлек алып бара, ҙур эш башҡарып сыға. Ул хәҙер инде мәсеттең артабанғы эшенә яуаплы. Быға тиклем дә ауылдаштары уны ҡөрьән аштарына саҡыра, дини йолалар унан башҡа үтмәй.
Мәсетте асыу тантанаһында Валентина Ишемғолова, Нафиҡ Дауытов бүләктәр менән килеп, үҙҙәренең теләктәрен еткерҙе.
Инде мәсеттең уты һүнмәһен, изге юлға баҫырға теләүселәр намаҙҙар уҡырға өйрәнеп, уның юлына туҙан төшөрмәһен.
Иман йорто күңелдәргә иман биреп, тура юлға өндәп тороусы булһын!
Читайте нас: