Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Декабрь 2018, 02:00

Битараф булмағандарға рәхмәт!

Быйыл йәй Ауырғазы районының Михайловка ауылында йәшәүсе Баландиндар ғаиләһенә ҙур ҡаза килде: уларҙың йорто тулыһынса янып бөтөп, ғаилә бер нәмәһеҙ тороп ҡалды.

Бәлә уйламаған ерҙән килә. Татьяна һәм Александр Баландиндар армиянан улдары ҡайтҡанын көтә.
Был көндө ямғыр яуа башлай, йәшен йәшнәй, күк күкрәй. Татьяна ҡош-ҡорттарын ҡыуып кертергә тип йүгереп сыҡҡан арала уларҙың өйөнә йәшен уты эләгә. Улар бер нәмәләрен дә һаҡлап ҡала алмай. Документһыҙ-ниһеҙ урамда тороп ҡалалар. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайҡан егеттәр тыуған йорттары урынына көл-күмер өйөмө генә күрә.
Ғаилә ваҡытлыса туғандарына һыйына. Район хакимиәте ярҙамы менән "Өй комплекты" программаһы буйынса төҙөлөш материалдарын сиратһыҙ алалар. Александр эшләгән "Урал" хужалығы техника менән ярҙам итә. Туғандары, улдары, уларҙың дуҫтары ярҙамы менән сентябргә өйҙө күтәреп тә ҡуялар. Һуңынан эсендәге эштәрҙе башлайҙар.
Баландиндар ауылдаштары Динара Йосоповаға рәхмәтле. Ул ярҙам итеү өсөн аҡса йыйыуҙа ҙур эш башҡара. "Беҙҙең өсөн һәр тин ҡәҙерле булды, барыһына ла изгелектәре өсөн рәхмәттәр яуһын, - ти улар. - Хәҙер яңы йортта йәшәйбеҙ. Йылы, яҡты. Оло улыбыҙ Өфөлә йәшәй, игеҙәктәребеҙ ҙә эшкә урынлашты. Бурыстарыбыҙҙан яйлап ҡотолорбоҙ. Ҡош-ҡорт, мал-тыуар күпләп тотабыҙ".
Эйе, изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ. Тик бындай бәлә-ҡазалар ҡабатланмаһын ине!
Читайте нас: