

Бәләбәйҙә йәшәүсе Григорий үҙ һөнәрен МХВО зонаһында БПЛА идаралығында таба. Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев «Хакер» позывник хәрби хеҙмәткәрҙең тарихы менән уртаҡлашты.
Муниципалитет етәксеһе һүҙҙәренсә, Григорий мәктәпте тамамлағандан һуң гидравлик машиналарҙы, гидроприводтарҙы һәм гидропневмоавтоматиканы файҙаланыу буйынса техник квалификацияһын ала. Мобилизацияға тиклем ир механизатор булып эшләй.
Повестка килгәс, Григорий бер уйламай хәрби комиссариатҡа килә. БПЛА взводына яугир үҙ теләге менән килә. Был өлкәнәе һайлауын технологияларға, яңы техник ҡарарҙарға һәм заманса һуғыш алып барыу сараларына ҡыҙыҡһыныу билдәләй.
«Бөгөн пилотһыҙ осоу аппараттары - ул техника ғына түгел, ә заманса алыштың мөһим ҡоралдарының береһе», — тип билдәләй «Хакер».
Григорий подразделениеһы башҡарған бурыстар спектры киң. Дрон менән идара итеүселәр урындарға разведкаға бара, һөжүмдәрҙе төҙәтә, FPV-дрондар һәм самолет тибындағы аппараттар ҡуллана. Бынан тыш, пилотһыҙ аппараттар алғы һыҙыҡҡа провизия килтереү һәм эвакуацияла ярҙам итеү өсөн әүҙем ҡулланыла.
«Хакер» хәрби бурыстарҙы үтәү менән бер рәттән «Синергия» университетында «Мәғлүмәт хәүефһеҙлеге» йүнәлеше буйынса юғары белем ала. Биш семестр үткән дә инде, диплом алғанға тиклем ни бары ике семестр ғына ҡала. Хеҙмәт ваҡытының күп өлөшөн алһа ла, Григорий һәр мөмкинлектән файҙаланып, уҡыуға иғтибар бүлә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре батальонына саҡырыу иғлан ителде. БПЛА батальоны сафында хеҙмәт итеү менән ҡыҙыҡһынған республика халҡы Өфөлә, Октябрь революцияһы урамы, 3-сө йорт адресы буйынса көнүҙәк һорауҙарға яуап ала ала.
Телефон номеры+7 995 948-65-41, +7 908 358-00-00. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы һәм Ғафури райондары хәрби комиссариатына мөрәжәғәт итеп, һаҡсылар сафына баҫырға мөмкин.
Адресы: Башҡортостан Республикаһы, Ауырғазы районы, Талбазы ауылы, Ленин урамы, 88, 4-се кабинет, 8 (34745) 2-19-02, 89270889021 белешмәләр өсөн телефон.
Сығанаҡ: ИА "Башинформ".