

2026 йылдың һигеҙ айында төбәктә 2,3 меңдән ашыу яугир ҡатнашҡан 1 120 спорт сараһы уҙғарылды. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 400 кешегә күберәк.
Бынан тыш, Башҡортостан физик культура институты адаптив спортҡа йәлеп итеү аша инвалид йәки ауыр яраланған МХО-ла ҡатнашыусыларҙы социаль һәм физик реабилитациялауға йүнәлтелгән «Батырлыҡ» проектын тормошҡа ашыра. Мәҫәлән, 2025 йылда күсмә оҫталыҡ дәрестәре был программаны киңәйтергә һәм 23 муниципалитеттан өҫтәмә рәүештә 129 ветеранды йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе.
Билдәләп үтәйек, 13 спорт дисциплинаһы буйынса Башҡортостандың йыйылма командаларына инвалид 63 ветеран ингән. Улар 17 бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара ярыштарҙа 32 миҙал яулай.
Вице-премьер республикала МХО яугирҙары бушлай шөғөлләнә алған спорт объекттары исемлеген төҙөгәндәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул 35 спорт төрө буйынса күнекмәләре үткән 148 учреждениены үҙ эсенә ала. Уларҙы 956 кеше ҡарай, шуларҙың 248-е инвалид.
Планға республиканың ҙур ҡалаларында демонстрация-ағартыу үҙәктәре асыу юлы менән дисциплиналар исемлеген һәм объекттар селтәрен киңәйтеү, шулай уҡ тренер, адаптив физкультура буйынса инструктор йәки ярыштарҙы ойоштороусы булырға теләгән МХО ветерандарына һөнәри йүнәлеш менән ярҙам итеү инә.
Башҡортостан башлығы муниципалитет башлыҡтарына барлыҡ ҡала һәм райондарҙа ҡатнашыусылар өсөн үҙ ваҡытын һәм спорт менән шөғөлләнеү урындарын билдәләргә, ә төбәк Хөкүмәтенә – һанлы платформа булдырырға ҡушты.унда республика буйынса залдарҙың расписаниеһы һәм булыу-булмауы хаҡында белергә мөмкин.
- Әлегә беҙ дөйөм картинаны күрмәйбеҙ. Ҡайһы бер ауыл ерендә егеттәрҙең шөғөлләнергә мөмкинлеге юҡ, унда мәсьәләләр хәл ителмәгән, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. - Спорт яугирҙар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Был ҡайһы берҙә уның артабанғы тормош траекторияһын билдәләү булып тора.
Сығанаҡ: сайт главы РБ.