Рух
+18 °С
Ясно

МХО шарттарында: Радий Хәбиров төбәк власы өсөн төп бурыстарҙың береһен атаны

Республиканың идара итеү командаһы илдең технологик суверенитетын нығытыу һәм Башҡортостандың иҡтисади тотороҡлоғо ғына түгел, фронтты өҙлөкһөҙ тәьмин итеү ҙә бәйле булған төбәк сәнәғәтен динамик үҫтереүҙе тәьмин итергә тейеш. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

МХО шарттарында: Радий Хәбиров төбәк власы өсөн төп бурыстарҙың береһен атаныМХО шарттарында: Радий Хәбиров төбәк власы өсөн төп бурыстарҙың береһен атаны
МХО шарттарында: Радий Хәбиров төбәк власы өсөн төп бурыстарҙың береһен атаны

- Яугирҙарыбыҙ еңеү менән ҡайтҡас, уларҙы заманса производстволар һәм яңы эш урындары көтөргә тейеш. Был эштә беҙҙең төп ярҙамсыбыҙ - республика Сәнәғәтте үҫтереү фонды. 2017 йылдан ФРП машиналар эшләү, химия, ағас эшкәртеү, еңел сәнәғәт һәм башҡа тармаҡтарҙа 24,3 миллиард һумлыҡ 241 проектты финанслай. Был инвестициялар өҫтәмә рәүештә 27,5 миллиард һум шәхси инвестициялар йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе. Ошоноң арҡаһында республикала 4 меңдән ашыу эш урыны барлыҡҡа килде, ә инициативаларҙы тормошҡа ашырыуҙан киләсәк һалым керемдәре 32 миллиард һумдан ашасаҡ, — тип яҙҙы Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрендә.

Башҡортостан етәксеһе фонд тәжрибәһен хәҙер Рәсәйҙең башҡа субъекттары нигеҙ итеп алыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- Уның һөҙөмтәле эшмәкәрлеге предприятиеларға бер урында тормаҫҡа, алға барырға, хатта ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа ла яңы производстволар асырға ярҙам итә. Тик шулай ғына беҙ ЕҢЕҮ өсөн БАРЫҺЫН да эшләй аласаҡбыҙ, — тип билдәләне Баашҡортостан Башлығы.

Сығанаҡ: ИА "Башинформ".

Автор:
Читайте нас