

– Йәй көнө батальон ниндәй проблемалар менән осраша һәм уларҙы нисек хәл итәһегеҙ?
- Йәйгеһен үҙенең мажаралары бар. Эҫелек техниканы киптерә, батареялары тиҙерәк ултыра, ә «ҡоштар» бындай һауа торошонда үҙҙәре лә капризлы, һәм дошман уларҙы әүҙемерәк ебәрә. Плюс саң- ул бөтә нәмәне боҙа: камералар тығыла, элемтә һикерергә башлай. Йәйгеһен маскировка ла икенсе кәрәк - ҡуйы йәшел, әммә ҡайһы берҙә, әгәр күләгә кәрәклесә ятмаһа, киҫкен күренеүең дә бар. Беҙ быға яраҡлашабыҙ: осоштар графигын үҙгәртәбеҙ, йыш ҡына нөктәләрҙе үҙгәртәбеҙ, запас элемтә каналдарын тотабыҙ, ваҡ-төйәк нәмәләр буйынса даими рәүештә нимәнелер әйләндерәбеҙ. Өс йыл эсендә «ҡоштар» менән шул тиклем күп нюанстар күрҙем -ҡайһы берҙә тауыштан хәйлә ҡайҙа буласағын аңлайым. Импровизациялайбыҙ, ҡыҫҡаһы, бынан башҡа булмай.
– Маҡсатты табыу һәм юҡ итеү өсөн күпме ваҡыт кәрәк?
- Төрлөсә. Ҡайһы берҙә «ҡош» шунда уҡ аныҡ һүрәт бирә һәм бер нисә минуттан инде беҙ эшләйбеҙ. Ә ҡайһы берҙә, ул йәшеренгән, фон ҡатмарлы, тотҡарлыҡтар бар, шул саҡта төшөрөүҙе төрлө яҡҡа әйләндерәбеҙ, кәрәкле ракурсты көтәбеҙ, мәғлүмәттәрҙе сағыштырабыҙ. Бында тәжрибә лә, берҙәм эш тә хәл итә: берәү маҡсатты тота, икенсеһе маршрут иҫәпләй, өсөнсөһө яуап әҙерләй. Табылғандан алып һөҙөмтәгә тиклем уртаса бер нисә минуттан алып ярты сәғәткә тиклем, әгәр барыһын да ҡабаттан тикшерергә кәрәк булмаһа. Әммә беҙ һәр киләһе тапҡыр тиҙерәк булһын өсөн күнекмәләр яһайбыҙ: хаталарҙы теркәйбеҙ, схемаларҙы шунда уҡ үҙгәртеп ҡорабыҙ.
– МХО барышында аңығыҙҙа нимә үҙгәрҙе?
- Элек барыһын да алдан күҙалларға мөмкин кеүек тойола ине. Ә бында тиҙ генә билдәһеҙлектә йәшәргә өйрәнәһең: һин план төҙөйһөң, ә тормош шунда уҡ икенсе сценарийҙы алдыңа ҡуя һәм паникаға бирелмәҫкә, ә асылды аңлап, тиҙ арала яраҡлашыуҙы талап итә. Шулай уҡ команданың ни тиклем мөһим булыуын аңланым: кешеләр бер-береһенә таянғанда, ышанғанда, иң ҡырағай шарттар ҙа ҡурҡыныс түгел. Шулай уҡ ваҡ – төйәк нәмәләргә мөнәсәбәт үҙгәрә: «ҡоштар» менән эшләгәндә һәр деталь һөҙөмтәне хәл итә ала- йә кабель бер аҙ күсә, ел үҙгәрә, батарея ултыра. Тәүҙә бындай әйберҙәргә асыуланаһың, һуңынан уларҙы алдан күрергә өйрәнәһең.
– Һалдаттарға нисек ярҙам итәһегеҙ?
- Пафосһыҙ, ысын күңелдән. Беренсенән, эш менән: әгәр кешенең арығанын күрһәм, икенсе эшкә күсерәм, башын елләтеү өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы тын алырға мөмкинлек бирәм. Икенсенән, техника менән эшләү аша – кеше ысынында нимәлер белә икән, уның оҫталығы кәрәклеген тойғанда, был үҙенән-үҙе ышаныс өҫтәй. Мин үҙем «ҡоштар» менән шул тиклем ваҡыт өҙлөкһөҙ эшләйем, шуға күрә бармаҡтарымда ҡайҙа һәм нисек боролорға, нисек хәүефһеҙ импровизацияларға икәнен күрһәтә алам. Һәм һөйләшәбеҙ: кемдер үҙ хәлен һөйләй һәм уға еңелбулып ҡала.
Шулай уҡ тыуған республиканың ярҙамы күңелдәргә йылылыҡ бирә. Төбәк башлығының шәхси ҡыҙыҡһыныуы арҡаһында был ярҙам аныҡ һәм дөрөҫ. Ә фронтта бындай ярҙам ҡиммәтле. Башҡортостандың «Уфимец» пилотһыҙ аппараттары даими камиллаштырыла һәм эштә үҙҙәрен яҡшы күрһәтә. Беҙҙең өсөн был FPV-дрондар – тыуған илдә етештерелгән булыуы бәхет һәм ғорурлыҡ. Йәштәр беҙгә килә - яңы көстәр һәм яңы ҡараш. Улар тиҙ өйрәнә һәм сафҡа инә.
– Ә дошмандың тактикаһы тураһында нимә әйтерһегеҙ – уның ниндәйҙер етешһеҙлектәре бармы?
- Эйе,һәм был контрастта күренә. Дошман техника өсөн, алыҫтан идара итеү өсөн ныҡлы тора, ә яҡын алышты ул аңлап етмәй. Дошмандан бер нисә метр алыҫлыҡта тиҙ генә уйларға кәрәк булған урындарҙа, бөтә нәмәне реакция, характер һәм кешене хәрәкәте буйынса аңлай белеү хәл иткәндә, уларҙа өҙөклөктәр була. Улар ҡалыптар буйынса, аныҡ бойороҡтар буйынса эшләргә күнеккән, ә бында импровизацияларға тура килә, ә бындай күнекмә уларҙа күҙәтелмәй. Беҙ тап ошонда үҫәбеҙ: көн һайын яңы нәмә, һәр осош – яңы мәсьәлә, шуға күрә яҡын аралашыу, хәлде тиҙ баһалау – ул инде рефлекс. Һәм был беҙгә техника көсһөҙ булған урындарҙа өҫтөнлөк бирә.
Информацию о службе в рядах подразделений БПЛА можно узнать на сайте башбат.рф, а также по номеру 122.
Фото: «Молодежная газета».