Рух
+14 °С
Облачно

Башҡортостан халҡына кемдең «БАРС» махсус отрядына ҡушыла алыуын һөйләнеләр

Башҡортостанда төбәктең граждандар объекттарын һәм инфраструктураһын, тәү сиратта, дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттарынан һаҡлау өсөн резервтан «БАРС» территориаль отряды ойошторола. Беҙҙең әңгәмәсе, Башҡортостан башлығының РФ милли гвардияһы ғәскәрҙәре менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужин махсус отрядҡа кемдең ҡушыла алыуы хаҡында һөйләне.

Башҡортостан халҡына кемдең «БАРС» махсус отрядына ҡушыла алыуын һөйләнеләрБашҡортостан халҡына кемдең «БАРС» махсус отрядына ҡушыла алыуын һөйләнеләр
Башҡортостан халҡына кемдең «БАРС» махсус отрядына ҡушыла алыуын һөйләнеләр

«2022 йылдан алып барыбыҙҙың да – махсус хәрби операция яугирҙарының һәм тыл халҡының бер генә бурысы – бөйөк Ватаныбыҙҙы һаҡлау. Сөнки бөгөн тыл райондары юҡ тиерлек - дошман алыҫ араға дрондар һәм ракеталар ебәрә, тыныс халыҡ, балалар зыян күрә. «Шайтандар» беҙҙе тотороҡһоҙландырырға, тыныс тормошто ҡаҡшатырға тырыша.

Инфраструктураны, йорттарҙы, балаларыбыҙ йөрөгән мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын һаҡлау бик мөһим. Тап шуның өсөн бөтә ил һәм республикала «БАРС» отрядтары ойошторола. Командирҙар әҙерләнгән офицерҙар араһынан тәғәйенләнә. Был заманса йыһазландырылған һәм яҡшы тәьмин ителгән етди подразделение.

Шуны аңлау мөһим: Оборона министрлығы, «БАРС», «Росгвардия», МХО яугирҙәре, ирекмәндәр, граждандар - беҙ барыбыҙ ҙа бөгөн берҙәм йоҙроҡ.

 

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция яугирҙарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтә һәм төбәктең һәм унда йәшәүселәрҙең именлеген тәьмин итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Ошо көндәрҙә мин командирҙар кәңәшмәһенә саҡырылғайным, унда хөкүмәт вице-премьеры Ирек Сәғитов менән Башҡортостан биләмәһендә «БАРС» отрядын ойоштороу һәм уның эшмәкәрлеге мәсьәләләрен ентекле ҡаранылар.

Беренсе көндәрҙән МХО-ла ҡатнашҡан кеше булараҡ, тәү сиратта яраланып, йәше йәки башҡа сәбәптәр арҡаһында өйҙәренә ҡайтҡандарға, әммә Ватанды яҡларға әҙер булғандарға мөрәжәғәт итәм. Бындай тәжрибәле, сыныҡҡан егеттәр хәҙер Башҡортостанда бик күп. Күптәрегеҙ ситтә ҡалмаҫ, тип ышанам. Һеҙҙең ярҙамығыҙ һәм тәжрибәгеҙ кәрәк, егеттәр. Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ!».

Белешмә:

БАРС территориаль отряды (илдең хәрби армия резервы) социаль әһәмиәтле ибулған Рәсәй граждандарынан ойошторола.

Башҡортостанда резервҡа түләүҙәр ҡаралған: ай һайын йыйындарҙан тыш 2 967 - 7 316 һум, йыйымдар ваҡытында 24 720 - 60 967 һум (хәрби званиеһына һәм вазифаһына ҡарап).

Өҫтәмә аҡсалата тәьминәт буйынса: Башҡортостан Республикаһы Башлығының 29.05.2026 йылғы Указына ярашлы, яғыулыҡ-энергетика комплексы объекттарын һаҡлау буйынса махсус йыйымдар ваҡытында һәр хәрби хеҙмәткәргә республика бюджетынан тәүлегенә 2000 һум түләнә.

Бынан тыш, резервсы йыйымдар ваҡытында үҙе эшләгән ойошманан уртаса айлыҡ эш хаҡы ала.

 

Фото: БАРС Башкортостан.

Башҡортостан халҡына кемдең «БАРС» махсус отрядына ҡушыла алыуын һөйләнеләр
Башҡортостан халҡына кемдең «БАРС» махсус отрядына ҡушыла алыуын һөйләнеләр
Башҡортостан халҡына кемдең «БАРС» махсус отрядына ҡушыла алыуын һөйләнеләр
Автор:
Читайте нас